Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
13 Март 2024, 19:09

"Беҙ һайлауға әҙер"

Ҡаныҡай ауылындағы 1372-cе һайлау участкаһы мөһим сараға әҙер. 

"Беҙ һайлауға әҙер""Беҙ һайлауға әҙер"
"Беҙ һайлауға әҙер"

Белеүебеҙсә, 15-17 мартта Рәсәй президентын һайлау үтәсәк. Ҡаныҡай ауылының мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1372-cе һайлау участкаһыла ил яҙмышын билдәләйәсәк был мөһим сараға әҙер. Өс көн дауамында барасаҡ һайлауҙа ойоштороласаҡ саралар билдәләнде. 

Һайлаусыларҙың именлеген һәм һайлау участкаларының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн барыһы ла әҙер. Ошо көндәрҙә бюллетендәр алынған, тауыш биреү өсөн кабиналар һәм урналар (йәшник) әҙер. 

 Һайлау комиссияһы рәйесе Ильвира Тәлғәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар һайлау комиссияһына етәкселек итә. 

- Һайлау эше менән күптән танышмын, беҙҙең участокта көндөң-көнөндә комиссия ағзалары дежур итте, шулай уҡ обходчиктар ауыл буйлап йөрөп сыҡты. Һайлау исемлегендә барлығы 236 кеше теркәлгән. Исемлекте барлап, тикшереп сыҡтыҡ, халыҡҡа ла өс көн тауыш биреү мөмкинлеген аңлаттыҡ. Һайлау барышын күҙәтеү өсөн махсус йәмәғәт күҙәтеүселәре һәм видеотеркәү (видеофиксация) саралары ҡулланыласаҡ, шулай уҡ Өфөнән полиция хеҙмәткәре килде. Беҙ, йәғни комиссия ағзалары: Ильвира Буранғолова, Светлана Хәйруллина, Римма Нафиҡова, Регина Сәмиғуллина, Эльвира Сабитова һайлауҙар тейешле кимәлдә үтһен өсөн тырышасаҡбыҙ. Рәсәй президентын һайлауҙа һәр кем гражданлыҡ бурысын нымыҫ менән үтәр, тип ышанам. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА. 

"Беҙ һайлауға әҙер"
"Беҙ һайлауға әҙер"
Автор:Гумерова Л
Читайте нас