Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Март 2024, 12:28

Ауылдың иң оло ағинәйе

Бөгөн үҙенең 99 йәшен билдәләүсе Сәлимә Вахитова һайлауҙа ҡатнашты

Ауылдың иң оло ағинәйеАуылдың иң оло ағинәйе
Ауылдың иң оло ағинәйе

Бөтә ил буйынса барған һайлауҙарҙа һәр кем үҙ тауышын бирә. Ауыл мәҙәниәт йортона көндөң беренсе яртыһында күпселек урта йәштәгеләр һәм хаҡлы ялдағылар килде. Ә инде һаулыҡ торошо буйынса килә алмағандар һәм оло йәштәге инәй-бабайҙар өсөн бөгөн күсмә һайлау ойошторолдо. 1375-се һайлау комиссияһы ағзалары Рауил Мөхәмәтшин һәм Флорида Шөғәйепова менән бергә бер нисә кешене һайлатҡандан һуң, ауылдың иң оло йәштәге кеше – Сәлимә инәй йортона юл тоттоҡ. Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең тол ҡатыны, тыл хеҙмәтсәне Сәлимә Мөхәррәм ҡыҙы бөгөн үҙенең тыуған көнөн, йәғни 99 йәшен билдәләй. Олпат йәштә булһа ла, зиһенле, хәтере шәп уның, әле лә ҡултамғаһын ҡуйып, һайлау йәшнигенә бюллетенде төшөрҙө.

- Элек һайлауҙарҙыхалыҡ көтөп ала торғайны. Һайлау мәле үҙе бер күңелле байрамға әүерелер ине, күрше-тирә ауылдарҙан да килә торғайнылар. Һайлауҙа дефицит әйберҙәр һатып алып, эй, ҡыуаныр ине ололар, - тип үткәндәрҙе иҫкә ала ул.   q`i

Сәлимә әбейҙең иҫ-аҡылы теүәл, үҙе теремек. Һуғыш йылдарында ул ике тапҡыр Свердлов өлкәһенә торф сығарырға бара, унан һуң да бил яҙмай ауылдағы төрлө эштәрҙә эшләй. Эйе, уның менән һөйләшә башлаһаң, ваҡыт уҙғанын да һиҙмәйһең — һине әле һуғыш ваҡытының ауыр йылдары, ауылдың тарихы  йәки курше - тирәләрҙең, туғандарҙың яҙмышы артынан эйәртә.

Бөгөн беҙ, уның туғандары, ауылдың абруйлы хеҙмәт ветеранын, хөрмәтле инәйебеҙ Сәлимә әбейҙе ҡотлап, бүләктәребеҙҙе тапшырҙыҡ һәм һау-сәләмәт булып, йөҙ йәшкәсә  йәшәүен теләнек.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы

Ауылдың иң оло ағинәйе
Ауылдың иң оло ағинәйе
Ауылдың иң оло ағинәйе
Автор:Гумерова Л
Читайте нас