Районыбыҙҙағы һәр һайлау участкаһына блогер-күҙәтеүселәр беркетелгән. Күҙәтеүсенең төп бурысы – тауыш биреүҙә һәм законлылыҡты күҙәтеү, закон боҙоуға юл ҡуймау. Хоҡуҡ боҙолған осраҡта мотлаҡ был күренеште теркәү.
Айыт ауыл Советының 1355–се һайлау участкаһына йәмәғәт тәртибе һағында тороусы итеп Рита Ғосамова билдәләнгән.
- Мин ауыл халҡы менән дә, һайлау барышы менән яҡшы танышмын. Әле (15-17 мартта) үтәсәк Рәсәй Президенты һайлауҙарына алдан уҡ етди әҙерлек алып барылды. БР Йәмәғәт палатаһы хеҙмәткәре Лида Сәғит ҡыҙы Исәрғәҡова уҡыуҙар үткәрҙе, шунан тест тапшырҙыҡ, - тип һөйләй ул. - Ауыл хәкимиәтендә эшләгән осорҙа тәүҙә ҡыҙҙарға ярҙам итеп торһам, һуңғы ваҡытта күҙәтеүсе ролен башҡарам. Айыт ауылы бик ҙур, Кәрим ауылы халҡы ла бындағы һайлау участкаһына килә. Шунлыҡтан сират булып киткән саҡтар ҙа була. Ә инде өйҙәренә барып һайлатыуға килгәндә, өлкән йәштәгеләр үҙ тауышын биреү өсөн комиссия ағзаларын көтөп ала.
Айыт ауылының күп функциялы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һайлау участкаһына ике камера ҡуйылған. Унда комиссия ағзаларының эштәре лә, күҙәтеүселәр ҙә асыҡ сағыла.
- 2021 йылда уҙған һайлауҙар ваҡытында ковид сире аҙған мәл ине. Ул саҡта ла тауыш биреү өс көн барҙы, был кеше ағымынан ҡотолорға мөмкинлек бирҙе. Һайлау тураһындағы мәғлүмәтте “Истаграм”ға һәм “Класташтар” сайтына ҡуйып барҙым. Әлеге һайлау бер аҙ ҡатмарлыраҡ, һәр көндә 5-әр пост ҡуйырға кәрәк. Алдағы йылдарҙағы кеүек, Рәсәй президентын һайлауҙар ҙа тыныс үтер, тип ышанам.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
шәхси архивтан алынған фото.