БР Дәүәт техник күҙәтеүсе инспекцияһының раҫланған графигына ярашлы рәүештә, Бишбүләк районында 11-31 мартта hәр ауыл хужалығы предприятиеһында тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө машиналарын hәм прицептарҙы йыл һайын үткәрелә торған hәм мәжбүри техник ҡарауҙың беренсе этабы үткәрелә. Быйыл ай дауамында техник тикшеренеү хужалыҡтарҙың 360 берeмектән ашыу күҙәтеү тейешле булған техникаһын үҙ эсенә аласаҡ. Ауыл хужалығы техникаһының техник торошо диагностик приборҙар ярҙамында контролдә тотола, агрегаттарҙың теркәү номерҙарының тура килеүе hәм рөхсәт билдәләре булған тракторсы-машинист удостоверениелары булыуы тикшерелә. Был техник тикшереү механизаторҙарҙа беренсел янғын һүндереү саралары hәм медицина аптечкаһы булыуҙы талап итә.
Техник тикшереү үткәреү өсөн әҙерлек һыҙығына беренсе булып «Марс» кооперативы тракторҙары баҫты. Тап бына был хужалыҡ үҙенең күршеләре менән райондың көньяҡ-көнсығыш зонаһында Ырымбур сигендә урынлашҡан, шуға күрә яҙғы баҫыу эштәренең тулы циклын үткәреүгә беренсе булып сыға. «Марс» йәмғиәтендә төрлө маркалы 17 берeмек трактор hәм үҙйөрөшлө машина бар (ашлыҡ йыйыу комбайндары hәм үҙйөрөшлө сапҡыстарҙан тыш). Хужалыҡ механизаторҙары, алдағы ейылдарҙағы кеүек үк, беркетелгән техниканы яуаплы сараға яҡшы итеп ҡуйырға тырышҡан. Улар тракторҙарын техник ҡарауҙы традицион рәүештә үҙ ваҡытында намыҫ менән башҡара, шуға күрә бында техниканың һаҡланыуы яҡшы. Уҙған йыл аҙағында әлеге хужалыҡ сәсеү комплексы булған ҡиммәтле hәм ҡеүәтле «Ростсельмаш-2000 RSM 2400» тракторын һатып алған. Был тракторҙарҙың сәсеү техникаһы менән яҙғы сәсеү эштәренә сығасаҡ көн яҡынлаша. Бында яҙ райондың башҡа хужалыҡтарына ҡарағанда ике аҙна иртәрәк килә. Шуныһын да билдәләп үтeргә кәрәк, техник тикшереү ваҡытында хужалыҡтарҙың механизаторҙары араһында үҙйөрөшлө машиналарҙы хәүефһеҙ эксплуатациялаy буйынса аңлатыу эшенә лә баҫым яһала. Был аҙна дауамында райондың Гостехнадзор инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уның начальнигы Эдуард Михайлович Григорьев етәкселегендә райондың ун бер ауыл хужалығы предприятиеһында техник ҡарау ойошторған.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы