Рәсәй Президентын һайлауҙа өлкән быуын кешеләре күпләп килә, шулай уҡ йәштәр ҙә был мөһим сарала ҡатнаша. Дим ауыл Советы биләмәһендә йәшәүсе йәштәр сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалмай. Набережный, Дим, Аҙнай һ.б. ауылдарҙа ил яҙмышына битараф булмаған йәштәр күп.
Һайлауҙың өс көн дауам итеүе ситтә уҡыусы йәштәр өсөн уңайлы. Мәҫәлән, Аҙнай ауылы ҡыҙы Айгөл Әхмәтова Бәләбәй медицина колледжында белем ала. Бөгөн, йәғни тауыш биреүҙең икенсе көнөндә, ул туғаны Марсель менән ауыл мәҙәниәт йортондағы 1375-се һайлау участкаһына килде һәм гражданлыҡ бурысын үтәне. Шулай уҡ Набережныйҙан 19 йәшлек медицина колледжды студенты Идрисова Валерия ла өс көнлөк һайлауҙарҙан файҙаланып, әсәһе менән тауыш биреүҙа ҡатнашты. Ә Дим урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Папченкова Валерия өсөн был көн айырыуса тулҡынландырғыс: ул тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша. Бөгөнгө мөһим ваҡиға тураһында уға иҫтәлеккә бүләк тапшырылған.
- Мин илдәге тотороҡлолоҡ, тыныс киләсәк өсөн үҙ тауышымды бирҙем. Үҙен иленең, республикаһының патриоты тип һанаған һәр кеше һайлауҙа ҡатнашырға тейеш. Был сәйәси сарала йәштәр әүҙемерәк булһын ине, тигән теләктә ҡалам, - ти ул.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне.