Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
17 Март 2024, 11:48

Һайлауға - бөтә ғаилә менән!

Айыт ауылында йәш ғаиләләрҙең күбеһе тауыш биреүгә тотош ғаиләһе менән килде.

Һайлауға - бөтә ғаилә менән!Һайлауға - бөтә ғаилә менән!
Һайлауға - бөтә ғаилә менән!

Дим буйында йәйелеп ултырған Айыт ауылы ҙур һәм бында халыҡ һаны ла шаҡтай. Шуға ла һайлау барышында күп функциялы мәҙәниәт йортонда өс көн дауамында кеше ағымы өҙөлмәне. Ауылда йәшәүселәр был сәйәси мөһим ваҡиғала беренсе көндән үк  әүҙем ҡатнаша. 

1355-се һайлау участкаһында яңы ғаилә ҡорған парҙар ҙа, күмәк балалы йәш ғаиләләр ҙә күп килде. Бер ғаиләнән хатта алтышар-етешәр булып килеүселәр ҙә булды. Һәр кем үҙенең фекерен белдереп, лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирҙе. Мәктәп уҡыусыларына был сәйәси ваҡиғала ҡатнашыу үҙенә күрә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ирекмәндәр килеүселәргә “Рәхмәт” акцияһын үткәрергә ярҙамлаша.

Эйе, был көндәрҙә беҙ киләсәккә ҙур өмөт менән ил башығын һайлайбыҙ! Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ тыныс бәхетле тормошта йәшәһен өсөн. 

#ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024 #Башкортостан#БашВыбор2024

Һайлауға - бөтә ғаилә менән!
Һайлауға - бөтә ғаилә менән!
Һайлауға - бөтә ғаилә менән!
Һайлауға - бөтә ғаилә менән!
Автор:Варикова Г
Читайте нас