Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
19 Март 2024, 11:46

Рамаҙан айы: әҙәп һәм сөннәттәр

Ураҙала ниҙәр рөхсәт ителә һәм тыйыла?

Рамаҙан айы: әҙәп һәм сөннәттәрРамаҙан айы: әҙәп һәм сөннәттәр
Рамаҙан айы: әҙәп һәм сөннәттәр

Таң беленә башлағандан алып ҡояш байығансы дауам иткән ғибәҙәтте боҙған нәмәләрҙән тыйылыу ҡағиҙәләре бар. Шулай уҡ мөстәхәб (кәңәш ителгән, хупланған) шарттар була. Ошо хаҡта иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.

  1. Сәхәрҙе иртәнге намаҙға аҙан әйтелгәнгә тиклем ашау кәңәш ителә. Йәғни ризыҡланыуҙы мөмкин тиклем аҙаҡҡа ҡалдырырға кәрәк. Пәй­ғәмбәребеҙ: “Сәхәр ашағыҙ, унда һеҙҙең өсөн бәрәкәт бар”, – тигән (әл-Бохариҙың хә­ҙис­тәр йыйынтығынан). Тағы ла бер аҡыл: “Мосолман өсөн иң яҡшы сәхәр аҙығы – финик емеше” (Әбү Дауыттың хәҙистәр йыйынтығынан).
  2. Ифтар ҡылыуҙы (ауыҙ асыуҙы) ашыҡтырырға кәрәк, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ошо осраҡта бәрәкәт килерен белдергән (был хаҡта әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығында әйтелә).
  3. “Пәйғәмбәр аҡшам намаҙы алдынан яңы финик емештәре менән ифтар ҡылыр ине. Улар булмаһа – кипкән финик емештәре менән, улары ла юҡ икән – бер нисә йотом һыу менән” (әт-Тирмиҙиҙың хәҙистәр йыйынтығынан).
  4. Ураҙа тотҡан кеше ғәйбәт һөйләү, әшәке һүҙҙәр ҡулланыу, алдашыу кеүек барлыҡ килешмәгән эштәрҙән йыраҡ булырға тейеш, юғиһә уға ғәмәле өсөн сауап яҙылмаясаҡ. Пәйғәмбәребеҙ: “Кем дә кем ялған һөйләп, шуның буйынса эш итеүҙән туҡтамай, Аллаһҡа уның ашап-эсеүҙән баш тартыуы кәрәк түгел!” – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан).

Рамаҙан айында насарлыҡ килтергән барлыҡ эштәрҙән ары торорға кәрәк. Мәҫәлән, телевизорҙан “күңелле” шоуҙар ҡарау, дингә, тәрбиәгә ҡағылышы булмаған мәғәнәһеҙ сараларҙа ҡатнашыу, буштан-бушҡа урам ҡыҙырып йөрөү, ҡыл ҡыбырлатмайынса көндәр буйы йоҡлап ятыу һәм башҡалар.

- сәхәрҙә һәм ифтарҙа күп ашауҙан һаҡ­ланығыҙ. “Әҙәм балаһы үҙ ҡарынынан да яма­ныраҡ һауыт тултырмай”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ (әт-Тирмиҙиҙың хәҙистәр йыйынтығынан).

- йомарт булығыҙ: бүтәндәргә белем таратығыҙ, аҡсалата ярҙам итегеҙ, биләгән вазифағыҙ йә физик көсөгөҙ аша башҡаларға ла мөмкин булғанса файҙа килтерегеҙ, кешеләр менән аралашҡанда әҙәпле, иғтибарлы булығыҙ. Ибн Ғәббәстән шундай хәҙис риүәйәт ителә: “Аллаһ рәсүле кешеләр араһында иң йомарты ине, ә Рамаҙан айында ул айырыуса йомарт булды...” (әл-Бохари һәм Мөслимдең хәҙис йыйынтыҡтарынан).

- ураҙа тотоу менән ярлыны ашатыуҙы бергә ҡушыу – ожмахҡа лайыҡ булыуҙың ышаныслы сараларының береһе. “Йәннәттә шундай бүлмәләр бар: уларҙа тышҡы яҡ эстән күренеп торасаҡ һәм киреһенсә. Аллаһ ул бүлмәләрҙе ярлыны ашатҡандар, улар менән һөйләшкәндә йомшаҡ булғандар, йыш ураҙа тотҡандар, бүтәндәр йоҡлағанда намаҙ уҡығандар өсөн әҙерләгән”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ (Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан).

Ураҙаны нимәләр боҙа?

- буш һүҙ һөйләү;

- мунсала оҙаҡ ултырыу;

- тәғәм йә һағыҙ сәйнәү (тәмле, татлы һағыҙҙар ураҙаны боҙа)”

- кәрәге булмайынса тел менән берәй ризыҡты тәмләп ҡарау;

- бер ҙә ифтар ҡылмайынса ике көн ураҙа тотоу;

- ниндәй булһа ла берәй гонаһлы эш эшләү;

- ауырыу көсәйгәнен белә тороп ураҙа тотоу;

- ҡан алдырыу.

 

Рамаҙан айы: әҙәп һәм сөннәттәр
Рамаҙан айы: әҙәп һәм сөннәттәр
Автор:
Читайте нас