Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Март 2024, 06:44

Владимир Путин Өфөлә халыҡ-ара спорт форумын үткәрергә ҡушты

Был сара ҡасанға планлаштырыла?

Владимир Путин Өфөлә халыҡ-ара спорт форумын үткәрергә ҡуштыВладимир Путин Өфөлә халыҡ-ара спорт форумын үткәрергә ҡушты
Владимир Путин Өфөлә халыҡ-ара спорт форумын үткәрергә ҡушты

Рәсәй президенты Владимир Путин Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумын уҙғарырға ҡушты.

«2024 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ -ара спорт форумын үткәрергә», — тиелә дәүләт башлығы бойороғонда.

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенә форумды ойоштороуҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.

Башҡортостан хөкүмәтенә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумына әҙерләнеүҙе һәм уны үткәреүҙе тәьмин итеү, шул иҫәптән республика бюджетынан ошо маҡсат өсөн сығымдарҙы финанслау буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде.

Рәсәй президентының бойороғо уға ҡул ҡуйылған көндән, 2024 йылдың 18 мартынан көсөнә инде.

https://www.bashinform.ru

Владимир Путин Өфөлә халыҡ-ара спорт форумын үткәрергә ҡушты
Владимир Путин Өфөлә халыҡ-ара спорт форумын үткәрергә ҡушты
Автор:
Читайте нас