Үткән тәүлектә республикала 21 мутлашыу осрағы теркәлгән. Унда кешеләр туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Салауат ҡалаһында 1929 һәм 1939 йылғы оло ҡатындар “Һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт фажиғәһенә эләкте” тигән схеманың ҡорбаны булған.
Беренсе осраҡта 85 йәшлек өләсәйгә билдәһеҙ кешеләр өй телефонына шылтыратып, уның ҡыҙы юлда яңылыш йөклө ҡатынды төртөүе хаҡында һөйләгән. Һөҙөмтәлә буласаҡ әсәнең балаһы төшкән. Ҡурҡып ҡалған пенсионер ҡыҙының проблемаларын хәл итер өсөн, билдәһеҙ кешегә 250 мең аҡса күсергән.
Икенсе осраҡта 95 йәшлек өләсәйгә уның ҡыҙы юл-транспорт фажиғәһенә эләккәнен хәбәр иткәндәр. Ҡыҙына ярҙам итеү ниәте менән ҡатын мутлашыусыларға 600 мең һум аҡса күсергән.
Ике факт буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Хөрмәтле граждандар! Билдәһеҙ кешеләр менән аралашҡанда иғтибарлы булығыҙ. Эргә-тирәләге оло кешеләрҙе лә мутлашыусыларҙың артыуы тураһында иҫкәртеп тороғоҙ.
Башинформ.