+28 °С
Болотло
Башҡортостан юлдарында бер тәүлек эсендә руль артына искән килеш ултырған 48 водитель тотолған.
Беренсе тапҡыр иҫереп эләгеүселәрҙе автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итһәләр, икенсе һәм өсөнсө тапҡыр эләгеүселәрҙе ҡаты яза көтә, тиҙәр республика Транспорт министрлығында.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлдарҙа иғтибарлы булырға, бер-беребеҙҙе хөрмәт итергә саҡыра. Бер тәүлек эсендә республикала дүрт юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, өсөһө – Өфө ҡалаһында. Биш кеше йәрәхәт алған.
Сығанаҡ: gtrk.tv