Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
25 Март 2024, 04:16

Торналар сылбыры

Кисә, дөйөм матәм көнөндә, “Крокус Сити Холл” бинаһында “Торналар” проекцияһы хасил булды.

Торналар сылбырыТорналар сылбыры
Торналар сылбыры

Кисә, дөйөм матәм көнөндә, “Крокус Сити Холл” бинаһында “Торналар” проекцияһы хасил булды.

Өсмөйөш булып теҙелеп осҡан торналар бинаның нигеҙенән күтәрелә лә күккә оса. Шулай Мәскәүҙә 22 мартта концерт комплексында булған террор акты ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алдылар. Уны “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәте ойошторҙо.

Концерт залы СССР-ҙың халыҡ артисы Мөслим Мағамаев исемен йөрөтә. Ул “Торналар” йырын башҡарыуы менән дә билдәле ине.

“Крокус Сити Холл”да вафат булғандарҙы иҫкә алдыу акцияһына һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн ҡағыҙҙан торналар эшләргә, ҡоштоң һүрәтен төшөрөргә, йәки үҙеңдең вариантыңды булдырырға һәм уның менән социаль селтәрҙәрҙә башҡалар менән бүлешергә кәрәк. Әйтәйек, торна һүрәтен үҙеңдең аватарың ҡуйырға мөмкин.

“Крокус Сити Холл” концерт залына һөжүм 22 марттың кисендә булды. Был – 2004 йылда Беслан мәктәбен баҫып алғандан һуң Рәсәйҙә булған иң ҙур террор акты.

/bashkizi.ru

Торналар сылбыры
Торналар сылбыры
Автор:
Читайте нас