Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
26 Март 2024, 04:45

Алдағы көндәрҙә йылытамы?

Синоптикnар мәғлүмәтенә күҙ һалайыҡ.

Алдағы көндәрҙә йылытамы?Алдағы көндәрҙә йылытамы?
Алдағы көндәрҙә йылытамы?

Алдағы көндәрҙәге һауа торошона килгәндә, Башгидрометеоүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяк-көнсығыштан уртаса, көндөҙ урыны менән көслө ел сыға. Көндөҙ һауа температураһы +5, +10 градус тәшкил итә.

Шаршамбы, йәғни 27 мартта, Башҡортостанда ямғыр көтөлә, урыны менән епшек ҡар яуасаҡ, төндә айырым райондарҙа көслө ямғырҙар буласаҡ. Ел көньяк-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы -1, +4. Көндөҙ +2, +7 градус йылы буласаҡ.

Кесе йомала, 28 мартта, епшек ҡарға әйләнгән ямғыр көтөлә. Көндөҙ бер аҙ епшек ҡар яуа. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сыбыҡтарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяк-көнсығыштан, төньяк-көнсығыштан уртаса, көндөҙ урыны менән көслө ел сығасаҡ. Төндә һәм көндөҙ һауа температураһы -2, +3 градус торасаҡ.

Башинформ. 

Алдағы көндәрҙә йылытамы?
Алдағы көндәрҙә йылытамы?
Автор:
Читайте нас