+30 °С
Болотло
Арахис сәтләүеген ҡыяр орлоғо кеүек дымлы марляға төрөп ҡуйырға. Клеверҙы хәтерләткән үҫентеһе икенсе көнөнә үк күренә башлай.
Унан һуң уларҙы тупраҡ тултырылған һауыттарға ултыртып сығаһың. Май аҙағында инде уларҙы асыҡ тупраҡҡа сығарып ултыртырға һәм өҫтөн ҡапларға. Йәй буйы һыу һибеп, төбөн бәрәңге күмгән кеүек өйәһең. Сентябрь аҙағында ҡаҙып алырға ла була.