Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
27 Март 2024, 10:42

Гөл үҫтереүселәргә кәңәштәр

Гөлдәрҙә бет (паутиный клещ) барлыҡҡа килһә, уны ваҡытында юк итергә кәрәк.

Гөл үҫтереүселәргә кәңәштәрГөл үҫтереүселәргә кәңәштәр
Гөл үҫтереүселәргә кәңәштәр

Япраҡтарҙа ваҡ ҡына һары, аҡ таптар күренһә, япраҡтарҙың аҫтын һәм өҫтөн, һауытын, тәҙрә төбөн һәм рамдарын кер һабыны йәки дегет һабыны менән һөртөгөҙ. һабынлы килеш гөлгә бер нисә сәғәткә полиэтилен пакет кейҙерегеҙ. Артабан душ аҫтында йыуығыҙ. Аҙнаһына ике-өс тапҡыр шулай эшләргә тырышығыҙ.
 
Әгәр ҙә инде пәрәүеҙ ҙә күренә икән, Интавир, Фитоверм, Карбафос, Актеллик, Алатар кеүек препараттар менән эшкәртергә кәрәк була. Шулай уҡ гөл торған бөтен ерҙе, башҡа гөлдәрҙе лә эшкәртегеҙ. Инә беттәр бер айға ҡәҙәр йәшәй һәм төрлө ергә йөҙләгән йомортҡа һала.
Гөл һауытына ғына түгел, бүлмәнең башҡа урындарына ла һалып ҡалдыралар. Пәрәвез бете дымлы һауаны яратмай. Бүлмәлә дым күп булһа, үҙҙәренән-үҙҙәре үлеп бөтә. Ә юғары температура һәм ҡоро һауа торһа, үрсейҙәр генә.

#йорт баҡса

Гөл үҫтереүселәргә кәңәштәр
Гөл үҫтереүселәргә кәңәштәр
Автор:
Читайте нас