Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март , 11:00

Яугир ялға ҡайтты

Дим ауылының мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдат менән осрашыу үтте

Яугир ялға ҡайтты
Яугир ялға ҡайтты

Дим ауылында йәшәүселәр ҙә "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" акцияһына ярашлы, махсус хәрби операцияла йөрөүселәргә ярҙам күрһәтә. Маскировка селтәрҙәре үреүсе ҡатын-ҡыҙҙар ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдат менән осрашты. Йылы, дуҫтарса осрашыу барышында һәр кем яугир менән аралашты, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Улар фронттағы хәлдәрҙе, ир-егеттәрҙең батырлығы, шулай уҡ көнкүреш шарттары тураһында ентекләп һорашты. 

Осрашыуҙың һуңында, һәр береһе "Тиҙерәк махсус хәрби операция тамамланып, тыуған еребеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип итһен", – тине.

https://vk.com/public114236998

 

Яугир ялға ҡайтты
Яугир ялға ҡайтты
Автор:
Читайте нас: