Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
28 Март 2024, 05:50

Сәй янына - тәмле торт

Был юлы эремсекле ҡамырҙан торт әҙерләйек. 

Сәй янына - тәмле тортСәй янына - тәмле торт
Сәй янына - тәмле торт

- 200 грамм эремсек (5 процентлы), өйҙөкө лә бара.
- 1 стакан шәкәр ҡомо (татлы яратыусылар 1,5 стакан һала ала);
- 2 йомортҡа;
- бер семтем генә тоҙ;
- 1 ҡап ҡамыр йомшартҡыс (уның урынына 1 сәй ҡалағы сәй содаһы ла ярай)
- он.

Төйөрлө эремсек булһа, блендерҙа һәйбәтләп болғатабыҙ. Ә инде ҡаплы эремсек икән, сәнске менән иҙәбеҙ.
Эремcеккә йомортҡа, тоҙ, шәкәр ҡомы ҡушып, бик яҡшылап болғатабыҙ. Шәкәр ҡомо эрергә тейеш.
Он һәм ҡамыр йомшартҡысты бергә иләк аша үткәреп, әлеге массаға ҡушабыҙ. Болғатабыҙ, ҡул менән иҙәбеҙ, бик йомшаҡ та, артыҡ ҡаты ла булмаған ҡамыр барлыҡҡа килә. Уны таҡтаға һалып, яҡшылап әүәләйбеҙ. Ҡамырҙы һауытҡа һалып, өҫтөн ҡаплап, 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Ул арала крем яһайбыҙ.
Уның өсөн кәрәк була:
- 0,7 литр һөт;
- 1,5 стакан шәкәр ҡомо;
- 2 йомортҡа;
- 2 ҡалаҡ он;
- 180 грамм ак май (бүлмә температураһында).

Берәй һауытта йомортҡа, шәкәр ҡомо һәм ондо бергә яҡшылап туғлайбыҙ.
Һөттө йылытырға ҡуябыҙ һәм, туғланған массаны ҡушып, болғаға-болғата бешерәбеҙ. Кремды бешергәндә болғатыуҙан туҡтамайбыҙ, сөнки тиҙ көйөп китеүе бар. Крем һыуынғас, йомшарған аҡ май ҡушабыҙ һәм йәнә яҡшылап болғатабыҙ. Миксер менән уңайлы һәм крем да ҡабарып китәсәк.

Артабан ҡамырҙы һыуытҡыстан алабыҙ. 4-5 киҫәккә бүләбез, һәр ҡайһыһын уртаса ҙурлыҡтағы йәйемдәргә йәйеп, газ мейесендә айырым-айырым бешереп алабыҙ.Ҡамырҙы пергамент ҡағыҙына йәйеп, шуның менән бергә газ мейесендә бешереп алыу уңайлыраҡ.

Корждар араһына крем яғып, тортты йыябыҙ. Киҫелгәндән артып ҡалған корж киҫәктәрен блендерҙа ваҡлап, валсыҡ яһайбыҙ һәм тортты шулар менән биҙәйбеҙ.
Ирина Заһретдинова
#йортбакча

Сәй янына - тәмле торт
Сәй янына - тәмле торт
Автор:
Читайте нас