Районыбыҙҙа былтыр уҡ ауылдарҙа халыҡтың РФ Ҡораллы көстәре тарафынан Украина ерендә барған махсус хәрби операцияны уңышлы үткәреүҙә “кем нимә менән ярҙам итә ала” принцибы буйынса ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү башланды. Рәсәй армияһы тылының ярҙамы күп төрлө. Былар араһында иң популяр булып маскировка селтәрҙәре үреү тора.
- Оборона заказын үтәүгә – блиндаждар һәм техника өсөн маскировка селәрҙәре үреүгә беҙ уҙған йылдың декабрь айында тотондоҡ, - ти Мәнәүез-Мәскәүҙән был эшкә етәкселек итеүсе Динара Хәйбунасова. – Теүәлерәге, Яңы йыл каникулдарынан һуң эшебеҙҙе йәнләндереп ебәрҙек. Ҡасандыр балалар тауышынан гөрләп торған, әле ишегенә амбар йоҙағы эленгән мәктәп етемһерәп тора ине. Беҙ иң ҙур кабинетты һайланыҡ һәм эш урыны булдырҙыҡ: типовой электр йылытҡыстар урынлаштырҙыҡ. Селтәр үреү өсөн станокты минең тормош иптәшем Рәмис Александрович яһап бирҙе. Яңы эшкә өйрөнеү өсөн беҙ күршем Флүрә Әхмәтханова менән бер нисә көн Ҡушйылға оҫталары янына барҙыҡ. Шунан инде үҙебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙы өйрәттек һәм эш башланып китте. Әлеге ваҡытта беҙ ун алты маскировка селтәре үрҙек. Беҙҙең татыу бригадала 35 йәштән башлап 70 йәштән өлкәнерәктәр бар: Мөслимә Шиһапова, Динара Хәйбунасова, Рәмилә Мирсаева, Динара Хәйбунасова, Флүрә Әхмәтханова, Гөлнара Абзалова, Рәзилә Харрасова, Таңһылыу Әхмәрова, Айгөл Йәләева, Флзә Ишбулатова, Зәниә Хөсәйенова. Көн һайын ике сменала эшләйбеҙ. Тәүге биш кеше сәғәт 10-ға килә һәм төшкә ҡәҙәр эшләй, унан һуң эште икенселәр дауам итә. Беҙҙе материал менән Бишбүләк ауылынан Эллина Суиянова тәьмин итә. Махсус мобилизацияға башланғас та бер ауылдашыбыҙ үҙ теләге менән унда китте. Ул үҙенең бурысын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Ә хәҙер ауыл халҡы һуғышсылар өсөн даими рәүештә гуманитар ярҙам йыя. Мәҫәлән, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үреүҙән тыш, ойоҡбаштар, чехол-носкиҙар бәйләп, яраланған һуғышсылар өсөн посылкалар ебәрҙе. Беҙ, Мәнәүез-Мәскәү халҡы, дөйөм еңеүҙә ауылдаштарыбыҙҙың да өлөшө булыр, тип өмөтләнәбеҙ һәм ышанабыҙ.
Владимир СМОЛОВ,
Автор фотоһы.