Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Март , 17:30

Яҙғы ташҡын яҡынлаша

Ташҡынға әҙерлек айырым контролдә

Яҙғы ташҡын яҡынлаша
Яҙғы ташҡын яҡынлаша

Алдан фаразлау буйынса, Дим йылғаһында һыуҙың максималь дәрәжәһе норманан 10-15%ҡа юғарыраҡ булыр, тип көтөлә. Шундай ваҡытта Дим hәм Oйәҙе йылғалары бассейнында урынлашҡан тораҡ пункттарының түбәнерәк участоктарын һыу баҫыуы ихтимал. Был мәғлүмәттәрҙе һәм Бишбүләк районында ҡар ҡатламының бейеклеге уҙған йылдан юғарыраҡ булыуын иҫәпкә алып, 2024 йылғы һыу баҫыу районда халыҡ өсөн хәүеф тыуҙырасаҡ, тигән һөҙөмтә яһарға була. Һыу баҫыуға дусар булған тораҡ пункттар буйынса күп йыллыҡ статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, Дим йылғаһында һыуҙың иң юғары дәрәжәһе 10-22 апрелгә тура килә, ә Өйәҙе йылғаһында ул бер аҙна алданыраҡ булыуы мөмкин. Һыуҙың уртаса Дим йылғаһы (һыуҙың 4 м hәм унан да күберәк күтәрелеүе) hәм Өйәҙе йылғаһы (һыуҙың 3 м hәм унан да күберәк күтәрелеүе) юғарыраҡ күтәрелеүе арҡаһында килеп сыҡҡан һыу баҫыуҙың иң насар сценарийы булғанда, Бишбүләк районының ете тораҡ пунктында (Аҙнай, Ҡаныҡай, Бикҡол, Дүсән, Айыт, Йылбулаҡтамаҡ, Ҡасҡын) урамдарҙы hәм йорттарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Һыу баҫыу ихтималы булған зоналарҙа мал ҡәберлектәре, агрохимикаттар, ағыулы матдәләр һаҡлау урындары, хәүефле етештереү объекттары, магазиндар, һаулыҡ һаҡлау, социаль-мәҙәни объекттар, башҡа тормош тәьмин итеү объекттары юҡ.

Район территорияһында барлығы 11 гидротехник ҡоролма бар. Район террито-рияһында уларҙың авария хәлендәгеләре юҡ. Районда Набережный hәм Дүсән тораҡ пункттары араһында Дим йылғаһы аша һыу баҫа торған күпер бар. Күперҙе һыу баҫҡан осраҡта, хәрәкәт Айыт hәм Дим ауылдары аша ойоштороласаҡ. Яҙғы һыу баҫыуҙы аварияһыҙ уҙғарыу маҡсатынан район территорияһында 22 мартта

Бишбүләк районы муниципаль районының ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү hәм бөтөрөү буйынса комиссияһының райондың һыу баҫыуға ҡаршы ултырыш булды. Уны район хакимиәте башлығы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү hәм бөтөрөү буйынса комиссияһы рәйесе Артур Зарипов алып барҙы. 2024 йылда һыу баҫыуға әҙерлек hәм хәүефһеҙ үткәреү буйынса планлаштырылған hәм үткәрелгән саралар тураһында тулыраҡ доклад менән райондың һыу баҫыуға ҡаршы комиссияһы рәйесе, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм тораҡ-коммуналь хужалык мeсьәләре буйынса урынбаҫары Алексей Никитин сығыш яһаны. Район звеноһы көстәре hәм саралары әҙерлеге тураһында ойошма етәкселәре һөйләне.

Шулай уҡ яҙғы һыу баҫыу арҡаһында килеп сыҡҡан ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү  һәм һөҙөмтәләрен бөтөрөү буйынса һыу баҫыуға ҡаршы комиссия күнекмәләре үткәрелде. Тренировка тамамланғандан һуң, ултырышта ҡатнашыусылар Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү һәм бөтөрөү Рәсәй системаһы Башҡортостан территория подсистемаһының Бишбүләк звеноһы көстәренең hәм сараларының әҙерлеген тикшереүҙә ҡатнашты. Унда 29 берәмек техника hәм 76 кеше ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Артур Зарипов, хакимиәт башлығы урынбаҫары, һыу баҫыуға  ҡаршы комиссия рәйесе Алексей Никитин етәкселегендә тәҡдим ителгән техниканың йыһазланыуы, торошо hәм эшләүе, материалдар hәм ҡоралдар запасы булыуы, тейешле инструктаждың уҙыуы тикшерелде. Дөйөм теҙелештә смотр һөҙөмтәләре яһалды, бурыстар билдәләнде. Был сара яҙғы ташҡын мәлен хәүефһеҙ үткәреүгә етди әҙерлек булуын күрһәтте.

Николай ЧЕРНОВ,

Мобилизация әҙерлеге һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире.

Яҙғы ташҡын яҡынлаша
Яҙғы ташҡын яҡынлаша
Автор:
Читайте нас: