Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Март , 14:49

Беҙ бергә – ҙур көс

Яңы Биктәш ауылының мәғариф ветераны Сәлимә Рәйес ҡыҙы Ғабдрахманова әүҙем тормош алып бара

Беҙ бергә – ҙур көс
Беҙ бергә – ҙур көс

Ирекле ярҙам күптән инде тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Илебеҙ халҡы махсус хәрби операцияла булғандарға әйберҙәр, көнкүреш тауарҙары менән генә түгел, ә фронтта ҙур әһәмиәткә эйә булған йылы һүҙе, изге теләктәре менән дә ярҙам итеүҙе үҙ бурысы, тип һанай.

Яңы Биктәш ауылынан Сәлимә Рәйес ҡыҙы Ғабдрахманова уҙған йыл башында махсус хәрби операцияла йөрөгәндәргә ярҙам ойоштороуҙы башлап йөрөүсе булды.  Уның тырышлығы менән бик күп повязка тегелгән, маскировка селтәре һәм иҫән ҡалыу өсөн беләҙек үрелгән.

Аҙнай ауылында ишле ғаиләлә тыуған Сәлимә Рәйес ҡыҙы мәктәптән һуң, педагог һөнәрен һайлай. Йәш белгесте беҙҙең ауылға балалар уҡырға ебәрәләр. Бында ул тырыш, актив Ғүмәр Биктаһир улына кейәүгә сыға. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Эшләү дәүерендә ул үҙен лайыҡлы уҡытыусы итеп күрһәтте, шуның өсөн район хәкимиәтенән маҡтау хаттары, үҫеп килеүсе быуынды уҡытыуҙа һм тәрбиәләүҙә ирешкән уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Уның уҡыусылары уның фәнен ҙур теләк менән өйрәнде.

Ауылыбыҙҙағы төҙөкләндереү мәсьәләһе уның менән бергә хәл ителә. Ауылдағы байрамдар ҙа Сәлимә Рәйес ҡыҙынан башҡа уҙмай, ул спектаклдәрҙә ролдәрҙе оҫта итеп бүлеп бирә, төрлө мәҙәни сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәй. Юғары ойоштороу һәләтенә эйә, ижади, позитив кеше булараҡ, һәр кем менән уртаҡ тел таба белә һәм башлаған эште аҙағына еткерә.

Сәлимә Рәйес ҡыҙы барлыҡ изге башланғыстарҙың инициаторы. Шулай, уҙған йыл ул беҙҙең ауылда ирекмәнлек эшен ойошторҙо. Сухоречка ауыл Советы ауыл биләмәһенең ижтимағи тормошонда актив ҡатнашыуы һәм Яңы Биктәш ауылын төҙөклөндереүгә һәм үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн ул район хәкимиәтенән Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Ул МХО-ға ярҙам итеүселәргә өлгө күрһәтә. Маскировка селтәре үргәндә уның ҡулына ҡарап һоҡланмай мөмкин түгел, ул тиҙ  һәм дөрөҫ итеп үрә. Уның ярҙамында беҙҙең һәр ваҡыт дөрөҫ, ышаныслы селтәрҙәр барлыҡҡа килә. Беҙҙең ауыл бәләкәй генә булһа ла, уның маҡсаты – ҙур ауылдарҙан ҡалышмаҫҡа. Һәр эшебеҙҙе доғалар һәм һәм рәхмәт һүҙҙәре менән ир-егеттәребеҙгә ебәрәбеҙ. Сәлимә Рәйес ҡыҙының тормош иптәше Ғүмәр Биктаһир улы уның шөғөлөнә аңлап ҡарай һәм һәр саҡ ярҙам итә. Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм аяҙ күк йөҙө теләйем. Беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙ бергә – ҙур көс.

Зөлфиә Ҡәйүмова,

Яңы Биктәш ауылы.

Беҙ бергә – ҙур көс
Беҙ бергә – ҙур көс
Автор:
Читайте нас: