Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март , 12:25

Ҡош теле бешерәбҽҙме?

Ял көндәрендә ниндәй тәмлекәстәр әҙерләп, яҡындарығыҙҙы һыйлайһығыҙ? Комментарийҙарҙа фотолар көтәбеҙ, дуҫтар!

Ҡош теле бешерәбҽҙме?
Ҡош теле бешерәбҽҙме?

Байрам өҫтәлен биҙәрлек тәмле ризыҡты үҙебеҙ бешереп ҡарайыҡ. 


Ингредиенттар:

дүрт йомортҡа

ике йомортҡаның һарыһы

ике ҡалаҡ көнбағыш майы

ярты балғалаҡ тоҙ

бер ҡалаҡ шәкәр ҡомо

ике-өс стакан он

Бешереү өсөн 1 литр тирәһе көнбағыш майы кәрәк.

1. Бар ингредиенттарҙы ла ҡушып (ондо әҙ-әҙләп кенә һалып) венчик менән бутайбыҙ
2. 15 минуттай баҫабыҙ, ҡамыр ҡулға йәбҽшмәҫкә тҽйҽш.
3. 20 минутҡа пакетҡа һалып, ял иттерәбҽҙ.
4. Ҡамырҙы өс өлөшкә бүләбҽҙ.
5. Йоҡа итеп йәйәбҽҙ. Йәйгәндә он бик һалмаҫҡа тырышығыҙ.
6. Биш сантиметр ҙурлығында, ромб формаһында киҫәбҽҙ.
7. Ҡайнар үҫемлек майында болғата-болғата бешерәбеҙ (бик ҡыҙып китһә, әҙләп май өҫтәйбҽҙ).
8. Бешкәндәрен майын һеңдереү өсөн салфеткаға һалабыҙ.
9. Һыуынғас, һауытҡа матур итеп тҽҙеп, шәкәр пудраһы һибәбҽҙ.

“Файҙалы кәңәштәр” интернет төркөмөнән.

https://bashgazet.ru

Ҡош теле бешерәбҽҙме?
Ҡош теле бешерәбҽҙме?
Автор:
Читайте нас: