Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март , 12:02

Республикала "Башҡорт вахтаһы" проекты эшләй башланы

''Проекттың маҡсаты шунда: Себерҙә эшләгән кешеләрҙе үҙебеҙҙең республикаға “борорға” һәм шул уҡ шарттарҙа үҙебеҙҙә эш тәҡдим итергә''.

Республикала "Башҡорт вахтаһы" проекты эшләй башланы
Республикала "Башҡорт вахтаһы" проекты эшләй башланы

Вахта беҙҙе айыра

“Ирем Себергә эшкә китте лә, унда яңы ғаилә ҡороп, беҙҙе ташланы”. “Вахта менән эшләй башлағас, аралар һыуынды, яҡынлыҡ, йылылыҡ ҡалманы, айырылышырбыҙмы икән?”. ”Ирем вахтанан ҡайта ла, бер ай буйы эсә, мине, балаларҙы күрмәй ҙә. Ялҡтым, аҡсаһы ла кәрәкмәй, айырылам”. “Улым эшкә китһә, килен бында уның аҡсаһына эсеп ята, балаларын да ҡарамай. Улыма әйтеп, айыртмай булмай”...

Ошоноң ише хәлдәр, хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ауылда, һәр урамда тиерлек. Ауыр Себер эше һаулыҡты ғына бөтөрөп ҡалмай, айҙар буйы айырылышып тороу ғаиләләрҙе тарҡата, балаларҙы етем итә. Ә һандарға ҡараһаң сәстәр үрә торорлоҡ: Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостандан ситтә эшләгән 165 мең кеше теркәлгән. Һәм был рәсми һандар ғына, теркәлмәй йөрөгәндәр күпме икән?.. Тимәк, кәмендә 165 мең ғаиләлә балалар аталарын ярты-йорто ғына күреп үҫә, шунса уҡ ғаиләлә ҡатын-ҡыҙ йылдың яртыһын үҙе ғүмер кисерә, утын-бесән яйлай, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә, балалар тәрбиәләй. Ул ғына түгел, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күпләп ситкә китеп эшләй башланы. Бәләкәй балаларын өләсәй-олатаһына, ирҙәренә ҡалдырып, Себерҙә ауыр эш башҡарған гүзәл заттың йөрәге нисек өҙгөләнгәнен күҙ алдына килтереп була...

Үҙебеҙгә “боралар”

Ләкин беҙҙең бөгөнгө яҙма Себерҙәге ауыр тормош тураһында түгел, ә республикабыҙ етәкселегенең был проблеманы хәл итеү өсөн тәҡдим иткән альтернатив проекты тураһында. Йыл аҙағынан республикала “Башҡорт вахтаһы” тип аталған проект эшләй башланы. Уны республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булдырҙы. 

– Проекттың маҡсаты шунда: Себерҙә эшләгән кешеләрҙе үҙебеҙҙең республикаға “борорға” һәм шул уҡ шарттарҙа үҙебеҙҙә эш тәҡдим итергә. Тимәк, әгәр кеше вахта менән эшләргә өйрәнгән икән – йәғни оҙайлы ваҡыт эшләргә һәм шулай уҡ оҙайлы ваҡыт ял итергә – проект уларға шартлы рәүештә Ямалды Өфөгә алмаштырырға тәҡдим итә. Бындай “өй” вахтаһы иғтибарға лайыҡ, ул һаулыҡты һаҡлау өсөн дә, йәшәү өсөн сығымдарҙы кәметеү йәһәтенән дә, ғаиләгә яҡынлыҡ өсөн дә һәйбәт. Беҙҙең предприятиелар тәҡдим иткән эш хаҡы һәм социаль пакеты әле уйланған кешеләрҙе йәлеп итә ала, – ти был турала ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Проект эшләй башланы ла. Башланғыс этапта улар Өфө моторҙар эшләү предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Әле Бөрө ҡалаһында һәм Иглин районында ике ҙур осрашыу булған. Унда предприятие вәкилдәре теләге булғандарға эш шарттары тураһында тулы мәғлүмәт биргән. Бөрөләге осрашыуға – 150, Иглиндә йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Араларында әле ялға ҡайтҡан вахтасылар ҙа, эштә булғандарының ҡатындары ла булған. Бындай осрашыуҙар графикка ярашлы дауам итәсәк.

Эш хаҡы – бик лайыҡлы

Бөгөн “ОДК-ӨМЭБ” предприятиеһында 3600 самаһы вакансия бар. Башлыса эшсе һөнәрҙәр буйынса. Уларға әле программалы идара итеүсе станок операторҙары, механик-йыйыу эштәре өсөн слесарҙәр, токарҙәр, киң профилле станоксылар, шлифовалщик, фрезеровщик, сверловщик, станок һәм слесарь эше контролеры һәм башҡа белгестәр талап ителә.

“Беҙҙең предприятие кәмендә 2030 йылға тиклем бик тығыҙ рәүештә заказдар менән тәьмин ителгән, шуға күрә әүҙем рәүештә яңы кадрҙар йыябыҙ. Вахтасыларға эшкә урынлашыуҙың ике вариантын тәҡдим итәбеҙ: етештереүгә төп эш урыны булараҡ килегә йәки күнегелгәнсә вахта ысулы менән эшләргә. Тәжрибәһе булғандарын да һәм булмаған кешеләрҙе лә алабыҙ. Уларҙың барыһын да бушлай эшсе һөнәрҙәргә уҡытабыҙ. Беҙҙең предприятие базаһында Ростехтың Етештереү-уҡытыу үҙәге ғәмәлдә – бында беҙ авиадвигателдәр төҙөү өсөн кадрҙар әҙерләйбеҙ”, – ти “ОДК-ӨМЭБ” предприятиеһының идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко.

Берекмә үҙенең хеҙмәткәрҙәренә һәйбәт шарттар тәҡдим итә. Уларҙы рәсми рәүештә эшкә урынлаштырасаҡтар, эш хаҡы баҙарҙағынан юғарыраҡ. Мәҫәлән, 4-се рарядлы эшсенең хеҙмәт хаҡы 90 мең һумдан, 5-се разрядлы – 110 мең һумдан һәм 6-сы разрядлы эшсенеке – 125 мең һумдан башлана. Бынан тыш компания тулы социаль пакет, түләүле ялдар һәм больничныйҙар, ташламалы хаҡ менән ҡайнар аш, вахта тарнспорты, ситтән килгәндәргә ятаҡ йәки ҡуртымға алынған фатир өсөн компенсация, балалары өсөн балалар лагерҙарына ташламалы юлламалар һәм пофилле уҡыу йорттарында маҡсатлы уҡыу тәҡдим итә.

Предприятиеға эшкә килергә йәки яңы һөнәр алырға теләүселәр umporabota.ru сайтында ғариза ҡалдыра ала. Кире бәйләнеш формаһын тултырыу мотлаҡ. Артабан кадрҙар бүлеге һеҙҙең менән бәйләнешкә инәсәк.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Юрий МЕЛЬНИКОВ, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары: –“Башҡорт вахтаһы” проектын беҙҙең министрлыҡ тормошҡа ашыра. Оборона предприятиелары әлеге ваҡытта бөтә ил буйынса өҫтөнлөклө һанала. Шуға күрә проект сиктәрендә башлыса оборона-етештереү комплексы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Башҡортостанда 165 мең кеше вахта менән эшләй. 105 мең граждан Төмән өлкәһе, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономлы округтарына йөрөй, йәғни алыҫ Себерҙә. Улар башлыса 30-45 йәшлек көслө, эшкә һәләтле, беҙҙең предпиятиеларҙа ихтыяж булған квалификациялы ир-аттар. Улар был һөнәрҙәре менән Башҡортостанда ла уңышлы эшләй ала. Әле хеҙмәт баҙарында тап эшсе һөнәрҙәргә кадрҙар дефициты барлыҡҡа килде. Шуға күрә уларҙы беҙҙең предпрятиеларға ҡайтарыуҙа проект ярҙам итергә тейеш. Ни өсөн беҙҙекеләр ситтә эшләй? Әлбиттә, эш хаҡы һәм социаль пакет тип китәләр. Тик хәҙер “ОДК-ӨМЭБ” тәҡдим иткән шарттар себерҙекенә тиң һәм хатта яҡшыраҡ та. Декабрь айында ғына эшсе һөнәр эйәләре 144 мең һум эш хаҡы алған. Шуға күрә график төҙөнөк һәм муниципалитетар менән эшләй башланыҡ, унда осрашыуҙар үткәрәбеҙ, проект менән таныштырабыҙ. Әле Өфө моторҙар эшләү предприятиеһы менән эшләйбеҙ, киләсәктә проектҡа ҡушылыусы предприятиелар артыр тип көтөлә. Әйткәндәй, проект яңы ғына башланһа ла, эшкә урынлашҡан кешеләр бар, һәм тағы бер нисә белгес әҙерләнә. Бөгөндән бөтәһе лә үҙебеҙгә ҡайтып бөтөрҙәр тип көтмәйбеҙ, тик был эште башлап ебәрҙек һәм һөҙөмтә булыр тип ышанабыҙ.
Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА, БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә, драматург: – Дөйөм алғанда өс йыл ғүмеремде Себергә “бүләк иттем”. Ундағы эштең ыңғай яғы бер генә инде – аҡса. Аҡсаһы ла, кемгә нисек бит әле. Ир-аттар һәйбәтерәк алһа, ҡатын-ҡыҙҙыҡы, вазифаһына ҡарап йыш ҡына түбәренәк сыға. Ауыҙ тултырып, “100 мең эшләп ҡайттым” тип һөйләйҙәр. Әммә шуныһын онотмайыҡ: бер ай эшләп, икенсеһендә ял иткәнде иҫәпкә алһаң, эш хаҡы айына 50-шәр меңдән тура килә. Ҡайһы бер һөнәр буйынса (кер йыуыусы, вахтер, горничная) эшләгән ҡатындар унан да әҙерәк: 70-60 мең һум алып эшләй. Кире яҡтарға килгәндә, улар бихисап. Һаулыҡ бөтә, тештәр ҡойола, күҙгә зыян килә, быуындар һыҙлай, ҡан баҫымы күтәрелә. Себерҙә ғөмүмән ауырығанды яратмайҙар. Обьекттарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре лә юҡ. Етәкселектә һаулығың ҡаҡшағанын һиҙһәләр шунда уҡ “эвакуациялайҙар”. Әммә иң аяныслыһы – балаларҙың атайһыҙ йә әсәйһеҙ үҫеүе. Ата наҙын, әсәнең нурлы ҡарашын аҡсаға алыштырып булмай. Ғаилә бер-береһенән алыҫлашҡас, аралар һыуынып китергә лә мөмкин. Себерҙәге ауыр эштән һуң тыуған яҡтағы тормошҡа, климатҡа, кешеләргә яраҡлашыу өсөн аҙна-ун көн ваҡыт кәрәк, тиҙәр. Уныһы шулай. Ирҙәрҙең ҡайһы берәүҙәре шуны сәбәп итеп аҙналар буйы эсеп ала бит. Минең улайтып хәл йыйырға бер ҡасан да ваҡытым булманы. Өсәр ай вахтала йөрөгәнемдә өйҙә йыйылып торған ҡырылмаһа ҡырҡ эш бер-ике тәүлектә адаптация үтеп, рәткә килергә ярҙам итә торғайны. Ҡырҙа эшләгәндә һин йәшәмәйһең, ә көн итәһең. Робот кеүек көн дә бер мәлдә тораһың, 12 сәғәт эшләйһең, өс тапҡыр бер үк ашханала бер үк мәлдә туҡланаһың, бер үк ваҡытта ятаҡҡа ҡайтаһың, душта йыуынаһың, йоҡларға ятаһың. Берҙән-бер теләк – йоҡо туйҙырыу, сөнки ял көнө бөтөнләй юҡ. Эш тә эш, эш тә эш. Ысын тормош – ул тыуған ерҙә, үҙ өйөңдә, ғаиләңдә, туғандарың, дуҫтарың араһында. Ял итәһең, ҡунаҡҡа йөрөйһөң, спорт менән шөғөлләнәһең, театр-концерттарға йөрөйһөң. Шуға күрә республикала “Башҡорт вахтаһы” тигән проект эшләй башлауын бик ыңғай күренеш тип иҫәпләйем. Ир-егеттәребеҙҙең, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тыуған яғына ҡайтып, лайыҡлы эш хаҡы алып, балалары, ата-әсәһе, туғандары янында йәшәүен теләйем.
Республикала "Башҡорт вахтаһы" проекты эшләй башланы
Республикала "Башҡорт вахтаһы" проекты эшләй башланы
Автор:
Читайте нас: