Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Апрель , 21:08

Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Бөгөн, йәғни 2 апрелдә район хакимиәтенең киңәтелгән составтағы информацион төркөмө Аҙнай ауылы халҡы менән осрашты

Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды
Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Бишбүләк муниципаль район хәкимиәтенән халыҡты ҡабул итеү өсөн район хәкимиәтенең кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.А.Данилов, муниципаль райондың иҡтисади үҫеше һәм финанстарға идара итеү начальнигы Меркулов В.В., район хәкимиәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре буйынса Никитин А.И., шулай уҡ инвестициялар, иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Иванов В.С. һәм башҡалар килгәйне.

Тәүгеләрҙән булып район хәкимиәте исеменән А.А.Данилов сығыш яһаны һәм һайлауҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе. Район бюджетының финанс мәсьәләләре буйынса Владимир Петрович Меркулов һөйләп үтте. Артабан халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән килгән белгес, ауылдарҙа йәшәүселәрҙе эш менән тәьмин итеү йөҙөнән тормошҡа ашырылған төбәк һәм федераль программаларҙың асылы менән таныштырҙы.

Бөгөн беҙ юғары тиҙлекле технологиялар заманында йәшәйбеҙ, был бер яҡтан яҡшы булһа, икенсе яҡтан, мутлашыусылар халыҡты алдаған осраҡтар йышая бара. Мәҫәлән, былтыр ғына 15 млн һумға кеҫә ҡалынайтҡан улар.  Уҙған йылдың декабрь айында Бишбүләктә “Ватанды һаҡлаусылар фонды” барлыҡҡа килде, уны Р.Ғ.Мөхтәсимов етәкләй. Ул, үҙ сиратында, махсус мобилизацияла булғандарҙың туғандарына тейешле пособиелар һәм льготалар алыуға ярҙам ҡулы һуҙа.

Осрашыу барышында халыҡ үҙен борсоған һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итте. Миҙхәт Мөхәмәтшин бар халыҡ өсөн проблема булған ауыл уртаһындағы күперҙе ремонтлау тәҡдиме менән сығыш яһаны, ә ауыл активисы Закир Ситдиҡов яҙғы ҡар һыуҙары хужалығына зыян килтереүен бәйән итте.

Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды
Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды
Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды
Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: