- кефир 200 г
- он 140 г
ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель йәки сода) 1 балғалаҡ
- май (ҡыҙҙырыу өсөн) 2 аш ҡалағы
- кәбеҫтә 350 грамм
- йәшелсә
- ҡара борос, тоҙ
Әҙерләү:
Ҡамырҙы кефир, сода, тоҙ һәм он менән болғап, 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Эслеген әҙерләү өсөн ваҡ итеп туралған кәбеҫтәне табала бешереп алабыҙ.
5 минуттан йәшел тәмләткестәр, тоҙ өстәйбеҙ.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәйәбеҙ. Май менән майланған һәм он менән бер аҙ һибелгән формаға ҡамырҙың бер ҡатламын һалабыҙ. Уға кәбеҫтәне тигеҙ итеп һалабыҙ, һуңынан ҡамырҙың икенсе ҡатламы менән ҡаплайбыҙ, ситтәрен һәйбәт итеп ябып ҡуябыҙ. Пирогта бәләкәй генә тишек эшләйбеҙ, бешергәндә пар сыға. Алдан йылытылған духовкала 20-30 минут бешерергә.