Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Апрель , 11:18

Баҫыуҙарға ваҡытында сығасаҡтар

Бишбүләк ауылындағы Калинин исемендәге йәмғиәтенең машина-трактор паркында эштәр тулы ҡеүәтенә бара

Баҫыуҙарға ваҡытында сығасаҡтар
Баҫыуҙарға ваҡытында сығасаҡтар

Калинин исемендәге йәмғиәте ерҙәренең Бишбүләк районы территорияһында көҙгө hәм яҙғы, шулай уҡ техник культуралар сәселә торған дөйөм майҙаны ун мең гектарға яҡын ерҙе биләй. Был — иң ҙур hәм юғары табышлы, яҡшы агротехник хеҙмәт булған, иң яңы заманса юғары етештереүсән ауыл хужалығы техникаһы, элиталы орлоҡтар hәм ашламалар менән тәьмин ителгән, шулай уҡ ауыл хужалығының тәжрибәле механизатор кадрҙары менән яҡшы комплектланған предприятиеларҙың береһе. Элекке Бишбүләк ауыл хужалығы техникаһы (Сельхозтехника) территорияһында урынлашҡан әлеге ауыл хужалығы предприятиеһының мобиль механизацияланған 34 бригадаһында бөгөн 15 импорт hәм 4 үҙебеҙҙә етештерелгән иген йыйыу комбайны, төрлө маркалы 40 берәмек трактор, шулай уҡ күп һанлы импорт сәсеү машинаһы hәм ер эшкәртеү техникаһы менән комплекстар бар.

— Механизаторҙар коллективы көндөң-көнөндә техника тирәһендә ҡайнаша, — ти хужалыҡ инженеры Александр Евдокимов. — Барыһы ла алда торған яҙғы баҫыу эштәренә беркетелгән техниканы әҙерләү менән мәшғүл. Әммә беҙ иген йыйыу комбайны тураһында ла онотмайбыҙ. Ошо көндәрҙә үк «Кейс-500» ремонттан сыға. Ҡеүәтле Т-150 К hәм «Класс» тракторҙарын капиталь ремонтлау тамамлана. Уларҙың фильтрҙары алыштырылды, тағылма йыһhаздар hәм дым ҡаплатыу өсөн механизмдар әҙерләнде. Йылы бокстарҙа параллель рәүештә КамАЗ автомобиле hәм тағын бер ҡеүәтле К-744-Р4 тракторы ремонтланды. МТЗ-82.1 тракторына тулы техник ҡарау тамамлана. Барлыҡ эштәр ҙә көйлө бара. Шуға күрә яҙғы баҫыу эштәренә беҙҙең татыу механизаторҙар коллективы тотҡарланмайынса сығасаҡ hәм планлаштырылған сәсеү эштәренең тулы циклын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарасаҡ.

Владимир СМОЛОВ,

автор фотоһы.

Баҫыуҙарға ваҡытында сығасаҡтар
Баҫыуҙарға ваҡытында сығасаҡтар
Автор:
Читайте нас: