Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
4 Апрель 2024, 16:56

Ташҡын башланды...

Аҙнай ауылының Булат Имашев һәм Үҙәк урамдың түбәнге өлөшө һыу аҫтында ҡалды.

Ташҡын башланды...Ташҡын башланды...
Ташҡын башланды...

Һыу күтәрелеү ғәҙәттә төндә, көтмәгәндә була. Дим йылғаһының уртаса (һыуҙың 4 м hәм унан да күберәк күтәрелеүе) hәм Өйәҙе йылғаһының (һыуҙың 3 м hәм унан да күберәк кyтәрелеүе) юғарырак күтәрелеүе арҡаһында һыу баҫыу зонаһына түбәндәге тораҡ пункттар инә: Аҙнай, Ҡаныҡай, Бикҡол, Дүсән, Айыт, Йылбулаҡтамаҡ, Ҡасҡын. Һыу аҫтында ҡалған йорттарҙа һыу ағымы менән үҙҙәре генә көрәшә алмаусы граждандар ҙа бар: инвалидтар, пенсионерҙар, өлкән йәштәгеләр hәм балалар, шулай уҡ йорт хайуандары, бал ҡорттары менән умарталар.

Ташҡын ныҡ булған осраҡта, кешеләрҙе урынлаштырыу өсөн ике пункт әҙерләнгән: Аҙнай ауылындағы мәктәп бинаһы hәм Айыт ауылындағы И.Ғимаев исемендәге күп функциялы мәҙәни үҙәк. Һыу баҫыу тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитеты сайтында «Паводок 2.0» системаһы аша күҙәтергә мөмкин, ул Интернет селтәренә кереү мөмкинлеге булған райондың барлыҡ халҡы өсөн дә асыҡ. Һыу баҫыу менән бәйле хәлде күҙәтеү өсөн ике автоматик гидропост урынлаштырылған: Аҙнай ауылы янындағы Өйәҙе йылғаһы күперендә фото/видеофиксация камераһы менән йыһазландырылған; Дүсән ауылы янындағы Дим йылғаһында; Айыт ауылында Дим йылғаһы аша күперҙә һыу бейеклеген үлсәү посы ойошторолған. Һыу быҫыуы арҡаһында Набережный ауылы янындағы күпер ябылды.

Һыу баҫыуҙы кәметеү һәм һыулыҡтарҙа гидротехник ҡоролмалар булған урындарҙа мөмкин булған бәлә-ҡазаны кәметеү өсөн төрлө саралар башҡарыла, һыуҙың бейеклеген кәметеү өсөн, уны ағыҙалар. Көн һайын һыу объекттары мониторингы алып барыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағына әҙерлектe 46 кешенән, 23 берeмек автомобиль техникаһы, шул иҫәптән 12 берeмек махсус техника, биш йөҙөү сараһынан (береһе бензин двигателе менән) торған саралар бар. Иң мөhиме — был техника ваҡытында яуап бирә hәм яҙғы ташҡын осорон минималь юғалтыуҙарһыҙ үткәреү өсөн халыҡҡа ярҙам күрһәтә.

Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаһа, быға алдан уҡ әҙерләнегеҙ: әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте, йыhаздарҙы, техниканы hәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе түбәнге ҡаттарҙан, шулай уҡ баҙ hәм подвалдарҙан өҫкә күтәрергә йәки уларҙы бейек урынға алып сығырға кәрәк; хужалыҡ кәрәк-ярағын йә ишек алдынан алып ҡуйырға, йә һыу ағыҙып алып китмәһен өсөн, нығыраҡ бәйләргә кәрәк; ғаилә ағзаларына «хәүеф сумаҙандары» әҙерләргә, унда герметик пакеттарға һалынған документтар hәм ҡиммәтле әйберҙәр, сезон буйынса кейем hәм аяҡ кейеме комплекты, фонарь, дарыуҙар, гигиена саралары hәм бер тәүлеккә аҙыҡ-түлек һалырға кәрeк; әгәр һеҙ мал-тыуар аҫрайһығыҙ икән, уны һыу баҫмай торған ергә кyсерергә кәрәк; һаҡсы эттәр тураһында ла ҡайғыртығыҙ, әгәр улар булһа, будканы һыу басмай торған урынға күсерегеҙ; бәләкәй балаларҙы, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы, өлкән йәштәгеләрҙе һыу баҫҡан зонанан алып китеү яҡшыраҡ; әгәр һеҙҙең йортоғоҙҙо һыу баҫһа, өс көнлөк аҙыҡ-түлек hәм эсәр һыу запасы булдырығыҙ. Һыуҙан ҡотолоп, өй тyбәһенә менә алыу өсөн, алдан баҫҡыс әҙерләгеҙ; әгәр һыу баҫыу ваҡытында oөйҙән сығып китeргә булһағыҙ, электр приборҙарын һүндерегеҙ һәм газды ябығыҙ, тәҙрәләрҙе hәм ишектәрҙе тығыҙ итеп ябығыҙ, yҙегеҙ менән йорт хайуандарын алып китегеҙ; әгәр ҙә һеҙ һыу яҡынлашҡанын күрһәгеҙ, 112 ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм телефонына шылтыратығыҙ.

Ирек ӘХМӘҘУЛЛИН,

район хакимиәтенең Мобилизацион әҙерлек, Граждандар оборонаһы hәм Ғәҙәттeн тыш хәлдәр бүлеге начальнигы.

Ташҡын башланды...
Ташҡын башланды...
Ташҡын башланды...
Ташҡын башланды...
Ташҡын башланды...
Автор:
Читайте нас