Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель , 08:28

Лайыҡлы сығыш яһанылар

Район мәктәптәренең ашнаҡсылары Башҡортостан Республикаһы Саyҙа hәм хеҙмәтләндереү министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде

Лайыҡлы сығыш яһанылар
Лайыҡлы сығыш яһанылар

Ошо көндәрҙә аш-һыу оҫталары араһында «Тәмле юл» конкурсы уҙҙы. Конкурстың һайлап алыу этабына уҙыу өсөн ҡатнашыусыларға шәкәр диабеты менән ауырыусы 7-11 йәшлек балалар өсөн махсус рацион эшләргә кәрәк ине. «Тәмле юл» конкурсының ситтән тороп үткәрелгән этабы 11-22 мартта БР «Социаль туҡланыу идараһы» учреждениеһы тарафынан эшләнгән конкурс заданиеларына ярашлы рәүештә уҙҙы. 27 мартта беҙҙең район вәкилдәрен Өфө ҡалаһындағы  туҡланыу hәм сервис индустрияһы колледжы базаһында уҙған «Тәмле юл» hөнәри оҫталыҡ конкурсының ярымфиналына саҡырҙылар. Башҡортостан Республикаһының төрлө мәктәптәренән барлығы 20 команда саҡырылғайны. Беҙҙең райондан юғары квалификациялы аш-һыу оҫталары командаһы ҡатнашты: Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбе ашнаҡсыһы Гүзәл Вәлиева, Бишбүләк 3-сө урта мәктeбе ашнаҡсыһы Ләйсән Николаева hәм Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбе ашнаҡсыһы Зилиә Даминова. Улар шәкәр диабеты менән интегеүсе балалар өсөн төшкө аш әҙерләне. Беҙҙең ашнаҡсылар лайыҡлы сығыш яһаны hәм Башҡортостан Республикаһы Сауҙа hәм хеҙмәт күрһәтеү министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Әйҙәп барыусы аш-һыу оҫталары Гүзәл Миңләхмәт ҡыҙына, Ләйсән Ринат ҡыҙына hәм Зилиә Ғөбәй ҡыҙына «Тәмле юл» hөнәри оҫталыҡ конкурсында актив ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Эштәрендә уңыштар hәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Гөлфиә АБДУЛЛИНА,

 мәғариф бүлеге технологы.

Лайыҡлы сығыш яһанылар
Лайыҡлы сығыш яһанылар
Автор:
Читайте нас: