Шарлотка өсөн 2 йомортҡа, 50 гр он, 30 гр ванилле шәкәр, 2 ҙур алма, 1 ҡап эремсек, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс(разрыхлитель) алына.
Йомортҡаны шәкәр менән бергә туҡыйбыҙ. Унан он һәм разрыхлитель өҫтәйбеҙ. Йәнә яҡшылап туҡыйбыҙ. Килеп сыҡҡан массаға эремсекте һалып, матур итеп болғатабыҙ.
Алманың ҡабығын әрсеп, шаҡмаҡлап турайбыҙ.Уны ла әҙер массаға ҡушабыҙ ҙа ҡалаҡ менән ипләп кенә болғатабыҙ.
Противенға пергамент ҡағыҙ түшәйбеҙ ҙә әҙер ҡамырҙы ҡоябыҙ.
Ҡыҙған духовкала бешереп алабыҙ.
Бешеп сыҡҡан шарлотканың ҡамыры шул тиклем йомшаҡ булыр. Ул нисектер чизкейкты хәтерләтер. Ошонда уҡ ҡырғыстан үткәрелгән лимон цедраһын ҡушырға була. Ә эремсектең йомшағын һайлап алығыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!