Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
7 Апрель 2024, 03:53

Сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар

Бишбүләк ҡатын-ҡыҙҙары Ирина Дәүләтшина алып барған йога түңәрәгендә шөғөлләнә. 

Сәләмәт йәшәү рәүеше алып бараларСәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар
Сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар

Һуңғы йылдарҙа сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр, физик торошто  ҡайғыртыусылар артҡандан-арта. Берәүҙәр скандинав таяғы менән йөрөүҙе ҡулай күрһә, икенселәр бассейнда йөҙә, велосипедта йөрөй, тигәндәй. Ғәҙәттә, оло ке­ше­ләр көсөргәнешле бул­маған физкультура менән шөғөлләнергә ярата. Ә инде Бишбүләктә йәшәүсе бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар күптән инде йога менән шөғөлләнеүгә өҫтөнлөк бирә. Уның етәксеһе – Ирина Дәүләтшина.

Район халҡы Ирина Әмирхан ҡыҙын стоматолог буларак белә, шулай уҡ ул донор ҙа, үҙе әйтмешләй, Почетный донор булырға ла күп ҡалмаған. Ғаиләһе менән сәйәхәт итеү йәки йога түңәрәгендәгеләр менән актив тормош алып барыу булһынмы, ул быларҙың барыһын да социаль селтәрҙә сағылдырып бара.

- 2008 йылда район мәҙәниәт һарайында Зөһрә Дистанова алып барған йога түңәрәгенә йөрөп, күп нәмәгә өйрәндем. 2012 йылда иһә бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар менән үҙаллы эшләй башланым, Бишбүләктә “Елкән” физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылғас, мин унда иң беренсе преподаватель булдым – 2016 йылда йога түңәрәге ойошторҙом. Артабан махсус курстарҙа уҡып, йога-терапевт таныҡлығы алдым, тиҙҙән психология факультетын тамамлаясаҡмын, беҙҙең эштә был да мөһим,  - ти, сәләмәт тормош алып барыусы ханым.

Әйтеүҙәренсә, йога стресты бөтөрә, йөрәк тибешен, ҡан баҫымын яйға һалырға, һығылмалылыҡты арттырырға ярҙам итә. Йога бүтән физик күнекмәләр кеүек тәндән арытып, энергия сығармай, ә киреһенсә, яңы көс өҫтәп, тыныслыҡ, гармония бирә.

- Тәүге йылдарҙа йога менән шөғөлләнеүгә унлап ҡына кеше йөрөнө, кемгәлер оҡшап етмәй һәм китә, ә йоганы үҙ итеүселәр әлегә ҡәҙәр беҙҙең менән бергә. Әлбиттә, уларҙың составы даими рәүештә үҙгәреп тора. 2023 йылдан бирле беҙ аҙнаһына ике мәртәбә мәҙәниәт йортонда шөғөлләнәбеҙ, ә кесе йома көнөндә занятиелар онлайн рәүештә үтә. Бөгөнгө көндә беҙҙең төркөмдә 17-18 кеше иҫәпләнә, йәйге осорҙа бергәләп энергия ала торған урындарға йөрөйбеҙ. Яңы Биктәштәге өйәңке янында, Нарыҫтауҙа булдыҡ, йыш ҡына Дим буйына сығып, хозур тәбиғәт ҡосағында йога менән шөғөлләнәбеҙ, - ти, позитив ҡарашлы ойоштороусы.

Белеүбеҙсә, әлеге  мәлдә мосолмандарҙың да, христиандарҙың ураҙа айы бара. Йогага йөрөүселәр араһында физик яҡтан сәләмәтлекте нығытыу менән бер рәттән, дини ҡанундарҙы үтәүселәр ҙә күп.

Залда шөгөлләнеүсе гүзәл заттарға ихлас һоҡланыу менән ҡарап торам. Арала йәштәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә бар. Улар һығылмалыҡ  талап иткән “лотоc”, “уҡ”, “шпагат”, “күбәләк” кеүек позаларҙы яһай. Ә инде йогаға ныҡлы өҫтөнлөк биреүселәр ҡатмарлыраҡтарын да эшләй, улай ғына ла түгел, бер нимәгә тотонмайынса хатта баш түбән дә тора алалар.  Төрлө һөнәр эйәләре булған ҡатын-ҡыҙҙар араһынан берәүҙәр яңы башлаған булһа, икенселәр хәтһеҙҙән йога секцияһына йөрөй. Күнекмәләр тамамланғас, йогасылар менән әңгәмәләшеп алдыҡ.

Валентина Николаевна Федорова:

- Мин мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Йога түңәрәгенә күптән йөрөйөм, дөҫөрәге, мине бында йөрөргә ҡыҙым өгөтләне. Бишбүләкнең икенсе осонда торһам да, йоганы ҡалдырмаҫҡа тырышам, — ти, арала иң өлкәне булған Валентина. — Тренер-остазыбыҙ Ирина Әмирхан ҡыҙынан беҙ тәнебеҙгә һәм күңелебеҙгә шатлыҡ-кинәнес биреүсе йоганы өйрәнәбеҙ. Күнекмәләрҙән һуң кәйефтәр күтәрелеп китә, йәшәүгә дәрт өҫтәлгәндәй була. Был тойғоларҙы һүҙ менән генә тасуирлап булмай. Бер яҡтан, был беҙҙең кеүек пенсионерҙар өсөн, үҙенә күрә аралашыу сараһы ла.

Зилә Сәбәх ҡыҙы Ваһапова:

- Уңайлы ҙур залда ошо спорт төрө менән шөгөлләнә алыуыбыҙға бик шатмын. Мин бында икенсе йыл йөрөйөм. Һөнәрем буйынса - бухгалтер, оҙайлы эш көнөнән һуң тәндәр яҙылып китә. Йога һаулыҡ өсөн бик файҙалы, ул мускулдарҙы нығытып ҡына ҡалмай, шулай уҡ көс-ҡеүәт, йән тыныслығы бирә.

Гүзәлиә Йәүәт ҡыҙы Вәлиуллина:

- Йога менән танышыуым 20 йыл элек булды. Уны башта инструктор Зөһрә Рифҡәт ҡыҙы алып бара ине. Зөһрә апай Өфөгә күсеп киткәс, йога дәрестәрен Ирина менән дауам иттек. Ни өсөн йога төркөмөнә йөрөйөммө? Ҡатмарлы эш көнөнән һуң, йога минең өсөн көсөргәнештән арыныу булды. Мин бик яраттым был шөғөлдө, ул көс тупларға мөмкинлек бирә.  Әле пенсияла булһам да, мин сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф өсөн йөрөйөм.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотоһы.

Сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар
Сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар
Сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар
Сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар
Сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар
Автор:Гумерова Л
Читайте нас