Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
7 Апрель 2024, 19:00

Республикала һуғыш балаларына түләүҙәр арттырыла

Республикала һуғыш балаларына түләүҙәр арттырыла

Республикала һуғыш балаларына түләүҙәр арттырылаРеспубликала һуғыш балаларына түләүҙәр арттырыла
Республикала һуғыш балаларына түләүҙәр арттырыла

Башҡортостанда һуғыш балаларына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр күләмен арттырырға ниәтләйҙәр. Киләһе йылда, ил Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән ваҡытта, бюджетҡа тейешле суммалар һалына, тип хәбәр итте республика премьер-министры Андрей Назаров, 7-се саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында хөкүмәттең эше тураһында йыллыҡ отчет менән сығыш яһағанда.

Андрей Назаров билдәләүенсә, быға тиклем тапҡыр бирелә торған түләү 1 мең һум ине. Инфляцияны иҫәпкә алып, был сумма мөһимлеген юғалтты.

«Һуғыш балалары киләһе йылда юбилейлы, еңеү йылын финанс яҡтан тойорға тейеш. Хөкүмәт көсөн шуға йүнәлтә», - тине Назаров.

Сығанаҡ:Башинформ.

Фото:Олег Яровиков

Республикала һуғыш балаларына түләүҙәр арттырыла
Республикала һуғыш балаларына түләүҙәр арттырыла
Автор:
Читайте нас