Теплицала үҫә торған сортты асыҡ грунтҡа ултыртмаҫҡа кәрәк һәм киреһенсә. Йылытылмаған теплицаға апрель аҙағынан да иртәрәк сәсмәгеҙ.
Шулай уҡ улар иртә, һуң һәм уртаса өлгөрө-се сорттарға ла иғтибар итегеҙ. Һәр төрҙөң үҙ өҫтөнлөкләре һәм кәмселектәре, үҙенсәлектәре бар.
Теплица өсөн мул уңыш бирә торған ҡыяр сорттары:
Мурашка F1, Матильда F1, Зозуля F1, Адам F1, Алекс F1, Апрельский F1, Зятек F1, Емеля F1, Орфей F1, Артист F1, Бенефис F1.
Асыҡ тупраҡта юғары уңыш бирә торған ҡыяр сорттары:
Альянс F1, Орфей F1, Задор F1, Герман F1, Бочковой F1, Патти, Королек, Апрельский, Стелла, Престиж.
Ҡыярҙың иртә уңыш бирә торған сорттары:
Алтайский ранний 166, Боровичок F1, Амур F1, Меренга F1, Анзор F1, Кроха, Зозуля, Каскад, Конкурент.
Асыҡ грунтҡа бер аҙналыҡ (бер япрағы сыҡҡас) ҡыяр үҫентеһен дә ултырта алаһығыҙ. Унда инде май аҙағында ғына ултыртаһы була. Ҡырауҙар булыу ҡурҡынысы тураһында ла онотмағыҙ.
Ҡыяр үҫентеләрен бер-береһенән 30-40 см алыҫлыҡта ултыртығыҙ.
Йыл да бер урынға ултыртмағыҙ. Ҡыярҙы асыҡ грунтта уҙған йылда кәбеҫтә үҫкән ерҙә сәсһәгеҙ яҡшыраҡ. Сөгөлдөр, бәрәңге, помидор, борсаҡ үҫкән түтәлгә лә ярай. Ҡабаҡ үҫкән ерҙә ул үҙен насар хис итәсәк.