+30 °С
Болотло
Һәр район территорияһында сит кешеләрҙе йәлеп итерлек матур, иҫтәлекле урындар бар. Тап бына шундай туристарҙы ылыҡтырырлыҡ урындарға нигеҙләнеп әлеге ваҡытта Бишбүләк район картаһы сигелгән дә инде.
Был матурлыҡты район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән "Булавка" студияһына шөғөлләнеүселәр яһаған. Күҙҙәрҙең яуын алырлыҡ төрлө төҫтәрҙәге мулина ептәренән сигелгән биҙәктәргә улар йөрәк йылыһын ҡуша, үҙ төбәгенә булған һөйөү хистәрен дә өҫтәй...
"Булавка" студияһы сайтынан алынды.