Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
8 Апрель 2024, 19:00

Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләүҙәр автоматик рәүештә күсерелә

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары айлыҡ түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ алырға мөмкин. Тейешле закон проекты хөкүмәттең ыңғай һығымтаһын алды һәм Дәүләт Думаһына индерелде. Был хаҡта Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, махсус хәрби операция мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм етәксеһе Андрей Турчак белдерҙе.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләүҙәр автоматик рәүештә күсереләХәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләүҙәр автоматик рәүештә күсерелә
Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләүҙәр автоматик рәүештә күсерелә

Андрей Турчак билдәләүенсә, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алған күп кенә яугирҙәр махсус операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Шуға күрә яугирҙәр кәрәкле документтарын йыйып, закон буйынса билдәләнгән түләүгә ғариза бирә алмай. Әлеге механизм иһә уларға аҡсаны автоматик рәүештә күсереү мөмкинлеген булдыра.

Фото:Эдуард Ҡусҡарбәков
Башинформ. 
Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләүҙәр автоматик рәүештә күсерелә
Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ түләүҙәр автоматик рәүештә күсерелә
Автор:
Читайте нас