Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
12 Апрель 2024, 10:03

«Ватанды яҡлаусылар» фонды: кешеләр ышана

Фондтың төп маҡсаттары hәм бурыстары араһында махсус хәрби операция ветерандарына hәм hәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына комплекслы ярҙам кyрһәтеү

«Ватанды яҡлаусылар» фонды: кешеләр ышана«Ватанды яҡлаусылар» фонды: кешеләр ышана
«Ватанды яҡлаусылар» фонды: кешеләр ышана

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин уҙған йылдың апрелендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм hәләк булған һуғышсыларҙың ғаиләләренә ярҙам фонды булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Фонд «Ватанды яҡлаусылар» тип аталды. СВО ветерандары hәм hәләк булған һуғышсыларҙың ғаиләләре менән төбәктәрҙә махсус уҡыу үткән социаль координаторҙар эшләй. Фондтың нисек hәм кемгә ярҙам итеүе, урындағы бүлексәлә ниндәй ярҙам алырға мөмкин булыуы тураһында Бишбүләк районының социаль координаторы Рәмил Ғосман улы МӨХТӘСИМОВ менән һөйләшәбеҙ.

 — Рәмил Ғосман улы, фонд үҙенә ниндәй маҡсаттар hәм бурыстар ала?

— Фондтың төп маҡсаты — махсус хәрби операция ветерандарына hәм hәләк булған һуғышсыларҙың ғаиләләренә персональ социаль ярҙам күрһәтеү. Фонд медицина hәм социаль реабилитация, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә, психологик ярҙам, техник реабилитация hәм санаторий-курорт дауалауҙа, шулай уҡ ветерандарҙы яңынан уҡытыуҙа hәм эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итеүҙе үҙ эсенә алған  барлыҡ  тейешле ярҙам сараларын алыуҙа ярҙам күрһәтә. Һәр яҡлап ярҙам итеү менән бер рәттән, фондҡа үҫеп килеүсе быуынды hәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү буйынса бурыстар ҙа йөкмәтелә.

 — Фондтың социаль координаторы кем ул, hәм уға ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итeргә була?

— Социаль координаторҙар — улар фонд хеҙмәткәрҙәре, уларҙың төп бурысы — хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға hәм hәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Социаль координаторға медицина реабилитацияһы, психологик-психотерапевтик ярҙам, госпитализация, санаторий-курорт дауалау, реабилитацияның техник саралары менән тәьмин итеү, оҙаҡ ваҡытлы ҡарау системаһын ойоштороу, юридик ярҙам, социаль ярҙам, документтарҙы тергеҙеү hәм рәсмиләштереү, СВО ветерандары иҫтәлеген мәңгеләштереү кеүек мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итeргә мөмкин.

— Ярҙам һорап Һеҙгә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр инде? Һәм уларҙы хәл итеп булдымы?

— Мөрәжәғәттәр төрлө. Төп проблемалар медицина реабилитацияһы hәм санаторий-курорт дауаланыуына ҡағыла. Беҙ медицина учреждениелары менән эшләйбеҙ hәм СВОла ҡатнашыусыларҙы, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларын кәрәкле медицина учреждениеларына ебәрәбеҙ. Фонд эшләй башлауға бик аҙ ваҡыт уҙһа ла, уның эшсәнлегенең ыңғай һөҙөмтәләре күренә. Кешеләр ойошмаға ышана hәм ауыр минуттарында төрлө проблемалар буйынса ярҙам алырға килә.

— Һеҙ ниндәй ведомстволар менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ hәм нисек аралашаһығыҙ?

— Фонд медицина hәм социаль ярҙам, ижтимағи эшсәнлек, хоҡуҡи hәм юридик ярҙам, РФ Оборона министрлығы менән хеҙмәттәшлек кеүек йүнәлештәр буйынса күп кенә ведомстволар, министрлыҡтар, ижтимағи ойошмалар менән хеҙмәттшлек итә.

РФ Оборона министрлығы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек h.б. Беҙҙең районда ла барлыҡ ойошмалар бергә, берҙәм эшләй. Беҙ барыбыҙ ҙа уртаҡ яҡшылыҡ эшләйбеҙ бит. Хөрмәт, ҡайғыртыу hәм ғәҙеллек — беҙ бөгөн ғаиләләр hәм йәмғиәт менән үҙ эшебеҙҙе тап бына ошо принциптар нигеҙендә төҙөйбөҙ.

 — Рәмил Ғосман улы, Һеҙ был яңы hәм яуаплы йүнәлештә нисек эшләй башланығыҙ?

— Тәҡдим район хакимиәтенән килде. Отставкалағы милиция майоры булараҡ, баш тарта алманым. Юғары юридик белемем бар, hәр ваҡыт һуғыш хәрәкәттәре ветерандары hәм йәмәғәтселек менән бәйләнештә  торам. Социаль координаторҙарҙың бурыстарының береһе — мөмкин булғандың барыһын да эшләү hәм СВОла ҡатнашыусыларға hәм уларҙың ғаилә ағзаларына реаль ярҙам күрһәтеү. Ярҙам һорап Бишбүләк ауылы, Хеҙмәт урамы, 13 йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итeргә кәрәк (Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы, 2 ҡат, 7-се кабинет). Эш графигы — дүшәмбе, шишәмбе, йома, 9.00-18.00 сәғәткә, шаршамбы hәм кесе йома көндәрендә  9.00ҙан 14.00 сәғәткә ҡәҙәр (14.00 сәғәттән ауылдарға сығабыҙ).

 Наилә СӘБӘХОВА әңгәмәләште.

Автор фотоһы.

«Ватанды яҡлаусылар» фонды: кешеләр ышана
«Ватанды яҡлаусылар» фонды: кешеләр ышана
Автор:
Читайте нас