Бының өсөн бары тик лимон менән әфлисун, 100-200 грамм шәкәр ҡомо, ярты сәй ҡалағы лимон кислотаһы һәм йыйылған ҡайын һыуы ғына кәрәк була.
Иң элек банкаларҙы стерилләштерәбеҙ. Яңы ғына йыйып алынған ҡайын һыуын кәстрүлгә һалып, ҡайнатабыҙ. Ҡайнаған арала өҫтөнә йыйылған күбекте йыйып алырға онотмағыҙ. Ҡайын һыуы шул рәүешле ҡайнай башлауға утты һүндерәбеҙ. Артабан һәр банкыға телемләп йәки йәки шаҡмаҡлап туралған әфлисун менә лимон, ярты сәй ҡалағы лимон кислотаһы менән 100-200 грамм шәкәр ҡомо һалырға кәрәк. Тимер ҡапҡас менән ябып, өҫтөн юрған менән ҡаплайбыҙ һәм һыуынғансы тотабыҙ. Һуңынан һалғынса ҡараңғы урынға ҡуябыҙ. Баҙҙа ла, подвалда ла һаҡлана ала.
Фото: donatewales.org
henek.info