Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
15 Апрель 2024, 04:39

Был аҙнала ниндәй һауа торошо көтөлә

Синоптиктар был турала үҙ фараздарын еткерә.

Был аҙнала ниндәй һауа торошо көтөләБыл аҙнала ниндәй һауа торошо көтөлә
Был аҙнала ниндәй һауа торошо көтөлә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, дүшәмбе, 15 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ көнбайышта бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +9,+14°.

Шишәмбе, 16 апрелдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +2,+7°, көндөҙ +11,+16° була.

Шаршамбы, 17 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1,+6°, көндөҙ +15,+20°.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, алдағы аҙнала Башҡортостанға йәйгесә йылы көндәр килә.

Башинформ. 

Был аҙнала ниндәй һауа торошо көтөлә
Был аҙнала ниндәй һауа торошо көтөлә
Автор:
Читайте нас