Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
16 Апрель 2024, 07:18

Һабанда һайрашыр мәл етә

Бөгөнгө көндә 33 район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре башланды

Һабанда һайрашыр мәл етәҺабанда һайрашыр мәл етә
Һабанда һайрашыр мәл етә

 Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, 24 муниципалитет баҫыуҙарында күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматалар, әлегә 25 мең гектар майҙанда был эш башҡарылған.

Ә 23 районда хужалыҡтар ужым культураларын (34 мең гектар), 20 районда иһә күп йыллыҡ үләндәрҙе (22 мең гектар) минераль ашламалар менән туҡландыра.

Асҡын, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Салауат, Өфө, Саҡмағош һәм Шишмә райондары хужалыҡтары дым ҡаплатыуға тотондо. Ғөмүмән, 5,3 мең гектар майҙанда эш тамамланған.

Башҡортостанда яҙғы культураларҙы 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү бурысы тора. Быйылғы миҙгелгә сәсеү майҙандары структураһы тураһында тулыраҡ — бында. Яҙғы кампанияның төп хәүефтәре тураһында — бында.

https://www.bashinform.ru

Һабанда һайрашыр мәл етә
Һабанда һайрашыр мәл етә
Автор:
Читайте нас