Дим буйҙары
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Апрель , 14:25

Эремсекле ҡабартма рецебы

Кәрәк буласаҡ: 1,5 стакан он, 3 ҡалаҡ шәкәр ҡомы, май, 3 йомортҡа, ҡуйы ҡаймаҡ, эремсек, тоҙ, ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель).  

Эремсекле ҡабартма рецебы
Эремсекле ҡабартма рецебы

Ҡамыр әҙерләү: 3 йомортҡаға шәкәр ҡомо һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Шунан әлеге массаға ҡаймаҡ, эретелгән май, бер аҙ тоҙ, разрыхлитель һәм он һалып ҡамыр баҫабыҙ.

Эремсекте яҡшылап иҙәбеҙ һәм йомортҡа менән шәкәр ҡомо ҡушабыҙ.

Әҙер ҡамырҙы 0,5 см ҡалынлыҡта йәйәябеҙ һәм диаметры 10 см булған түңәрәк итеп киҫәбеҙ (бының өсөн тәрилкә йәки бәләкәй табаҡ ҡулланып була). Түңәрәктең бер яғына эремсек һалып сығабыҙ ҙа, икенсе яғын ҡаплап ҡуябыҙ. Ҡамырҙың ҡырыйҙарын тоташтырырға кәрәкмәй. 
Әҙер эремсекле ҡабартмаларҙы майлаған табаға теҙәбеҙ һәм йомортҡа һарыһы менән майлайбыҙ. Сочник 180 градус ҡыҙыулыҡта 20-30 минут бешә.

syuyumbike.ru

Эремсекле ҡабартма рецебы
Эремсекле ҡабартма рецебы
Автор:
Читайте нас: