Дим буйҙары
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Апрель , 13:24

Яугирҙәр балыҡ ауҙары һорай

Ябай ғына ау егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлай ала. Ҡайҙа, нисек тапшырыу, мөрәжәғәт итеү тураһында адрес һәм телефон тәҡдим итәбеҙ. 

Яугирҙәр балыҡ ауҙары һорай
Яугирҙәр балыҡ ауҙары һорай

Башҡортостан Республикаһының Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты халыҡҡа мөрәжәғәт итте.

“МХО-ла беҙҙекеләр өсөн балыҡ ауҙары йыйыу иғлан итәбеҙ. Иҫкеһе лә, яңыһы ла мөмкин, улар яугирҙәргә бик кәрәк. Ҡармаҡ ебенән булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Улар дрондарға күренмәй. Дрондар ауға эләгеп, себен кеүек тулай, бутала башлай. Дрон-камикадзе шартлаған хәлдә лә шартлау ситтә буласаҡ. Шуға күрә ябай ғына балыҡ ауҙары беҙҙең егеттәрҙең ғүмерен ҡотҡарасаҡ.

Шулай уҡ бензобысҡылар, шөрөп бороу ҡорамалдары һ.б. кәрәк. Кәрәк-яраҡты, шул иҫәптән ауҙарҙы Башҡортостандың ышаныслы тылының гуманитар ярҙам йыйыу пункттарына алып килә алаһығыҙ. Уларҙы ошо һылтанма буйынса үтеп тә табырға мөмкин: https://t.me/nadejny_tyl_rb_info/6

Алдан шылтыратып йәки яҙып һөйләшегеҙ. Шулай уҡ Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ул эш көндәрендә 10.00 – 17.00 сәғәттәрҙә эшләй. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 85, телефон: 8 (347) 215-15-70.

Акцияға мәктәптәр, хеҙмәт коллективтары ҡушылһа, рәхмәтле буласаҡбыҙ”, - тип мөрәжәғәт иттеләр комитеттан.

/bashgazet.ru

Яугирҙәр балыҡ ауҙары һорай
Яугирҙәр балыҡ ауҙары һорай
Автор:
Читайте нас: