+28 °С
Болотло
Бындай дөйөм эштән Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. 3,5 гектар майҙанды биләгән участокты йыл әйләнәһенә тәртиптә тотоу ҙур көс талап итә. Таҙартҡан ерҙә түгел, ҡыйламаған ерҙә таҙа була, тип ҡабатларға яратһаҡ та, һәр кемгә эш етерлек булған. Биләмәлә ерҙе көҙҙән ҡалған япраҡтарҙан таҙартып, сүп-сарҙы йыйып, һепереп ҡуйғандар. Бынан тыш, ҡороған ботаҡтарҙы сығарып, юл ситтәрен аҡлап, ауған ҡойманы рәтләгәндәр. Эштәр тамамлағандан һуң, тирә-яҡ күҙгә күренеп матурланып киткән. Ә өмәләр дауам итәсәк әле!