19 апрелдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Мең ырыуҙары" төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһын ойоштороуға 30 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте. Унда Бишбүләк районы башҡорттары делегацияһы ла ҡатнашты.
Мең ырыуы гимнын аяғүрә баҫып тыңлағандан һуң, Президиум эшендә ҡатнашыу өсөн, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов, Башҡортостандың халыҡ сәсәниәһе Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Вельмир Хәйбрахман улы Аҙнаев, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Мең ырыуының ҡоролтай советы ағзаһы Марс Тимербулат улы Юлдашев түргә саҡырылды.
Мең ырыуы вәкилдәрен иң беренселәрҙән булып, Эльвира Ринат ҡыҙы сәләмләне һәм икеләтә байрам: мең ырыуы йыйыны һәм милли кейем көнө уңайынан тәбрикләп үтте. Үҙенең сығышында ул мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһың әүҙем эшмәкәрлек алып барыуын һәм киләсәктә лә уның алдынғы ойошма булып торасағына ышанысын белдерҙе.
Бындай саралар боронғо һәм күп һанлы мең ырыуы вәкилдәренең осрашыу майҙансығы ла булып тора. Бөгөнгө көндә ырыуҙаштарыбыҙ Бишбүләк, Әлшәй, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Шишмә, Иглин, Миәкә, Иглин, райондарында, Өфө һәм Бәләбәй ҡалаларында йәшәй. Билдәле журналист һәм Башҡортостандың Милли архивы бүлек етәксеһе Азат Шакирйән улы Ярмуллин мең ырыуының тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
Сарала берләшмә эше тураһында төп доклад менән оҙаҡ йылдар Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһына етәкселек иткән Әхнәф Дәүләтйәр улы сығыш яһаны.
- Беҙҙең беренсе йыйыныбыҙ 1994 йылдың 19 мартында ойошҡан рәүештә, ваҡыты менән ҡыҙыу бәхәстәр һәм рухи көсөргәнештә үтте. Унда бик күп эшлекле ҡарарҙар ҡабул ителде. Ә 2018 йылда Өфөлә үткән йыйында Уставҡа күп кенә үҙгәрештәр индерелде, шулай уҡ Совет составында алты комиссия төҙөлдө, Президиум ойошторолдо. Был үҙгәрештәр, һис шикһеҙ, күп нәмәләр эшләргә ярҙам итте, - тип, һуңғы йылдарҙа башҡарған эштәргә йомғаҡ яһаны ул.
Эйе, был ваҡыт арауығында шаҡтай эштәр башҡарылған. Мең ырыуының арҙаҡлы шәхестәре – Ҡәнзәфәр бейҙең исемен мәңгеләштереү, мәғрифәтсе М.Аҡмулла һәм С.Яҡшығоловтың ижады һәм тормошон яҡтыртыуға бағышланған саралар, беренсе совет дипломаты К.Хәкимов, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Ярлы Кәрим, Башҡорт ғәскәрҙәре Корпусы баш командующийы генерал-лейтенант Х.Ишбулатов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ә.Хәкимов, Башҡортостандың халыҡ артисы М.Хисмәтуллинға һ.б. арнап фәнни-ғәмәли конференциялар, конкурстар һәм башҡа төрлө саралар уҙғарылды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусыларға 2018 йылдан бирле Мең ырыуы премияһы тапшырылып килә. Шәжәрә байрамдары уҙғарыу ҙа, үткәндәрҙе яңыртырға, нәҫел тамырҙарын барларға мөмкинлек бирә. Һуңғы йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусылар артҡан-арта барыуы күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта эшһеҙлек, демография, экология кеүек хәл итәһе проблемалар ҙа күп әле.
Йыйын барышында башҡорт телен һаҡлау, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, йолаларҙы һәм ғөрөф - ғәҙәттәрҙе һаҡлау мәсьәләләре күтәрелде. Байрам сығыштар һәм бүләкләүҙәр менән үрелеп барҙы. Мең ырыуы вәкилдәре араһынан әүҙем эшмәкәрлек алып барғанған мең ырыуы вәкилдәренә Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева, Зиннур Нурғәли улы Ғайсин (Дәүләкән), Тимерйән Тимерхан улы Лотфуллин (Миәкә) мең ырыуының мәртәбәле наградаһы – Ҡәнзәфәр бей миҙалы менән бүләкләнде. Шулай уҡ Нәфис Тимерғәли улы Аҡҡолов, Светлана Айрат ҡыҙы Люпп (Мырҙәгәрева), Рәфис Зәки улы Ҡарағоловҡа әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы исеменән "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы тапшырылды.
Сара аҙағында үҙешмәкәр артистарының ҙур концерты булды. Билдәле йырсылар менән бер рәттән, йырға-моңға маһир булған милләттәштәребеҙҙең сығыштары күңелдәргә дәрт өҫтәне. Был көндә Бишбүләк районы Ҡаныҡай ауылының “Наза” фольклор ансамбле, Миәкә районы Сафар ауылының “Дим биҙәктәре” фольклор ансамблдәре, Шишмә районы Дурас ауылының “Дуҫлыҡ” ансамблдәренең һ.б. сығышы байрамдың бер биҙәге булды. Йыйында ҡатнашыусылар шулай уҡ күргәҙмәләрҙе ҡараны, мең ырыуы ҡор башы – Ҡәнзәфәр бей портреты янында иҫтәлеккә фотоға төштө.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.