Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
23 Апрель 2024, 07:26

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Бөгөн ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы +23, +28°. 

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөләБашҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда аномаль эҫе көндәргә алмашҡа ямғырҙар һәм йәшен килә. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн, 23 апрелдә, төбәктә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. 

Иртәгә, 24 апрелдә, төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10, +15°,төньяҡта +5°, көндөҙ +15, +20°, төньяҡ-көнсығышта +10° тиклем.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала йәнә температура рекорды теркәлеүе хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә
Автор:
Читайте нас