+30 °С
Болотло
Мәктәп уҡыусылары “Йәш гвардия” ойошмаһы ирекмәндәре менән берлектә «Георгий таҫмаһы»акцияһына ҡушылды.
Белеүебеҙсә, фашист баҫҡынсыларынан илебеҙҙе азат иткән ветерандарға хөрмәт билдәһе һәм Бөйөк Еңеү символы булып тора һәм ул Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарының ҡаһарманлығы һәм уларҙы иҫкә алыу хөрмәтенә йөрәк тапҡырына тағыла. Ирекмәндәр таратҡан таҫмаларға һәр кем рәхмәтле булды һәм әле лә яу ҡырында йөрөгән яугирҙәрҙе ҡеүәтләп, йылы һүҙҙәрен еткерҙе.