Дим буйҙары
+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель , 13:58

Өмөт уята, көс өҫтәй һәм рухландыра

Лилиә Мирғәлиева тәбиғи таштарҙан биҙәүестәр яһай

Өмөт уята, көс өҫтәй һәм рухландыра
Өмөт уята, көс өҫтәй һәм рухландыра

Лилиә Мирғәлиева өсөн таштарҙан биҙәнеү әйберҙәре яһау күптән инде яратҡан шөғөлгә әүерелгән. Ул Коми Республикаһының Варшагор ҡасабаһында тыуған. Ҡыҙ 7-се класта уҡығанда, ата-әсәләре Бишбүләк районына ҡайтып төпләнә. Уҫаҡ-Кисеү ауылының урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлап, Лилиә М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетының психология факультетында уҡып сыға. Бөгөн ул Бишбүләк ауылында йәшәй, уның үҙ ғаиләһе бар. Лилиә – күп балалы әсә. Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй, параллель рәүештә мәктәптә психолог. Төп эшенән тыш, уның яратҡан шөғөлө бар. Ул – биҙәнеү әйберҙәре дизайнеры.

Лилиә әйтеүенсә, ул һәр ваҡыт ижади ҡарашлы кеше булған. Тегеү, бәйләү, сигеү, сәйлән менән үреү, ә иң яратҡаны, әлбиттә, таштар менән эш итеү.

- Ете йыл элек витринала осраҡлы рәүештә тәбиғи таштар күргәс, шундуҡ уларға ғашиҡ булдым. Улар иҫ киткес ине. Тшатарҙы ҡулға алғас, уларҙан йылы күсеүен һиҙҙем. Ҡайһы берҙәре үҙенә тартты, ә ҡайһы берҙәре күңелгә ятманы. Һәм шул ваҡытта мин улар менән эшләргә теләүемде аңланым. Минең беренсе эштәрем – сәйлән һәм таштан яһалған беләҙек һәм алҡалар. Ләкин мин бер аҙҙан сәйлән менән эшләүҙән туҡтап, бары тик тәбиғи таштарға ғына күстем. Уларҙан кулон, алҡалар һәм беләҙектәр яһай башланым. Шулай уҡ таштар менән күндән биҙәнеү әйберҙәре яһауға тотондом, - ти Лилиә.

Ҡул эштәре оҫтаһы әйтеүенсә, күн һәм тәбиғи таштарҙан эшләнгән комплекттар, биҙәүестәр үҙҙәренең төрлөлөгө менән иғтибарҙы йәлеп итә. Улар эксклюзив һәм стилле биҙәнеү әйберҙәрен баһалаусылар, модалы һәм ябай булмаған бижутерияны яратыусыларҙың иғтибар үҙәгендә. Лилиә яһаған һәр биҙәнеү әйбере оҫтаның көс символына әүерелә һәм уға кәйеф өҫтәй. Ул төрлө минералдарҙы һәм уларҙың энергетик көсөн бик яҡшы таный.

- Һәр таштың үҙенсәлекле энергетикаһы бар. Һәр кемгә тап килеүсе таш һайлайым. Мәҫәлән, ай ташы (адуляр) – ул ҡатын-ҡыҙҙың һөйкөмлөлөге, һәм шул уҡ ваҡытта, зирәклек энергияһы ла. Ул – йомшаҡ көс, бөтөн нәмәне ҡабул итеү, әммә буйһоноу түгел. Мин ай ташын “мин барыһын да булдыра алам”, “миңә бер кем дә кәрәкмәй” принцибы менән йәшәүсе гүзәл заттарға тәҡдим итәм. Ҡатын-ҡыҙ булыу – көсһөҙ, йәки яҡланмаған, тигән һүҙ түгел. Ҡатын-ҡыҙ булыу – бер яҡтан икенсе яҡҡа күсмәйенсә, барлыҡ потенциалды ҡулланыу, тигән һүҙ. Һәр кешелә ике көс бар: актив һәм тыныс, эшсән һәм пассив, тапшырыусы һәм ҡабул итеүсе. Һәм шәхес бербөтөн булғанда, ул үҙенең барлыҡ булмышы менән оҫта идара итә. Һәм бына тап быларҙы ай ташы бирә лә инде, - ти ул.

Хәҙер Лилиәнең коллекцияһында тиҫтәләгән беләҙек, кулон, алҡа, муйынса һ.б. бар. Һәр әйбер уникаль һәм берҙән-бер экземплярҙа.

- Таштарҙы яратыу үҙгәрешһеҙ ҡала, уларҙа матурлыҡ, серлелек һәм кеше күңеленең тәрәнлеге йәшерелгән. Минең коллекциямда дүрт йөҙҙән ашыу таш бар. Мин кешеләргә матурлыҡ һәм шатлыҡ өләшергә теләйем. Беҙ тирә-йүндәге матурлыҡты күрә, уны тыуҙыра башлағанда, ул күп нәмәнән һаҡлай. Ул һәр ваҡыт өмөт уята, көс өҫтәй һәм рухландыра. Һәм, минең биҙәнеү әйберҙәремде йәки беләҙектәремде алған ҡыҙҙар, ир-аттар тирә-яҡтағы матурлыҡты ла күрә башлай, тип ышанам. Минеңсә – үҙ-үҙеңде яратыу – ул һәр кешенең тормошонда, йәшенә ҡарамаҫтан, иң мөһим миҙгелдәрҙең береһе.

Наилә СӘБӘХОВА,

Фото Лилиә Мирғәливаның шәхси архивынан.

 

Өмөт уята, көс өҫтәй һәм рухландыра
Өмөт уята, көс өҫтәй һәм рухландыра
Өмөт уята, көс өҫтәй һәм рухландыра
Автор:
Читайте нас: