Ул Артур менән Виолеттаға ғаилә бәхете теләне.
Уҙған йылдың майында гранатометсы Артур Ғәлиев штурм төркөмөндә иң беренселәрҙән булып дошманға табан бара. Һөҙөмтәлә һалдаттар танк һөжүменә эләгә. Снаряд Артурҙың янында ғына шартлай һәм уның ҡулын яралай.
Артур Ғәлиев ҡулына жгут һала һәм иптәшенә емереклектәрҙән сығырға ярҙамлаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар яугирҙең яралы ҡулын ҡотҡара алмай.
Артур Ғәлиев махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Суворов, «Хәрби ҡаҙанышы өсөн» миҙалдары, Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән наградалана.
Источник: https://vk.com/wall-28883427_127745