Алдағы йылдарҙа оҙаҡҡа һуҙылған яҙ, беҙҙең төбәктә оҙаҡ көтөлгән йылытыу менән, сәсеү кампанияһын май уртаһына тиерлек күсерҙе. Ләкин был юлы барыһы ла башҡаса. Иртә hәм шау-шыулы яҙ, температура режимының киҫкен күтәрелеүе hәм киләсәк аномаль эҫелектең хәүефле фараздары hәм йәйге осорҙа оҙаҡҡа һуҙылған ҡоролоҡ был көндәрҙә көн һайын барлыҡ ауыл хужалығы етештереүселәренә еңдәрен һыҙғанып эшләргә мәжбүр итә. Улар көсәйтелгән режимда дым ҡаплау, көҙгө культураларҙы, күп йыллыҡ үләндәрҙе минераль ашламалар менән туҡландырыу hәм тырмалау, шулай уҡ орлоҡтарҙы ағылау менән шөғөлләнә.
Район ауыл хужалығы идараһының иҡтисад бүлеше мәғлүмәттәре буйынса, 26 апрелгә күп йыллыҡ үләндәр 170 гектар майҙанда тырматылған, был дөйөм пландың 48 процентын тәшкил итә. Күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу әлегe 1709 гектар майҙанда башҡарылған, был план күрһәткестәренең ни бары 19,3 процентын тәшкил итә. Йәйге эҫелек hәм ҡоролоҡ күп хужалыҡтарҙы бөтөнләй бесәнһеҙ ҡалдырыуы ихтимал. Был хаҡта хәҙер үк ныҡлап уйланырға кәрәк.
Районда дым ҡаплатыу 12 654 гектар майҙанда башҡарылған. Ә был әлегe барлығы 37 000 гектар майҙандың өстән бер өлөшө генә. 13 255 гектар майҙанда көҙгө культураларҙы туҡландырыу яҡшы бара. Эштәр 50 процентҡа башҡарылған. Районда ҡайһы бер хужалыҡтар инде сәсеү эштәренә сыҡты. Шуға күрә орлоҡтарҙы ағыулауҙы тиҙләтергә кәрәк. Бында хәлдәр әлегә бигүк яҡшы түгел: барлығы 2010 тонна ғына ағыуланған, был 33 процент тәшкил итә. Ағыу химикаттары менән эшләгәндә, хәүефһеҙлек hәм хеҙмәтте һаҡлау техникаһы талаптарына hәм нормалары үтәлергә тейеш. Бөгөн «Урожай», «Переработка» йәмғиәттәрендә, Калинин исемендәге, шулай уҡ Анатолий Трофимов hәм Александр Милютиндың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында эштәр ойошҡан төҫтә бара. Беренсе 170 гектарҙы Ҡушйылғала Валентин Судеевтың хужалығында сәскәйнеләр инде. Шуға күрә, район агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә өлгө алырҙай кешеләр бар!
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы