“ЛизаАлерт” волонтёрҙар отряды апрель айында юғалған һәм табылған кешеләр тураһында статистика мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарған. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Сығанаҡтан билдәле булыуынса, “ЛизаАлерт”ка апрелдә генә республика буйынса 63 кеше юғалды, тип мөрәжәғәт иткәндәр. Шуларҙың 43-е иҫән килеш табылған, бишеһе – үлгән.
Табылмағаннарҙы эзләү дауам итә: ориентировкалар таратыла, шаһиттарҙың хәбәрҙәре тикшерелә. Әгәр һеҙҙең яҡын кешегеҙ юғалды икән, тиҙ арала полицияға һәм “ЛизаАлерт”тың тәүлек әйләнәһенә эшләй торған бушлай ҡыҙыу линияһына: 8(800)700-54-52 телефон номеры аша шылтыратырға була.
Фото: ulovist.ru
Башинформ.