Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Май 2024, 06:36

Витаминлы яҙғы аштар

Йыуа, ҡуҙғалаҡ, балтырған кеүек шифалы үләндәрҙән аш-һыу әҙерләйек,

Витаминлы яҙғы аштарВитаминлы яҙғы аштар
Витаминлы яҙғы аштар

Йыуалы-ҡуҙғалаҡлы турама

 Был тураманы эшләү яп-ябай. Бала саҡтағыса. 3-4 йомортҡаны бешереп, һыуынғас, шаҡмаҡлап турап йә сәнске менән генә иҙәбеҙ. Сөм һауытҡа һалып, самалап тоҙ, мул итеп туралған йыуа, ҡуҙғалаҡ, әтләк ҡушып, яңы айыртылған ҡаймаҡ ҡойоп болғатабыҙ. Витаминлы йәшел турамабыҙ әҙер ҙә.

 Кесерткән ашы

Кесерткән файҙалы матдә­ләргә, бигерәк тә С витаминына бай. 
Аш бешереү өсөн бер тәрилкә тултырып кесерткән (өҫкө япраҡтары), 3 картуф, 3 йомортҡа, 1 стакан он, тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ алырға кәрәк.    
Ҡайнап ултырған тоҙло һыуға картуфты турап һалырға. Ул бешкәнсе онға 1 йомортҡа һытып, ыумас ыуырға. Болғата-болғата ыумасты ашҡа һалырға. Кесерткән япраҡтарын яҡшылап йыуып, бешекләгәс, ипләп кенә уларҙы алып турарға. 2 йомортҡаны һытып, кесерткән япраҡтары менән болғатырға һәм ашҡа һалырға. 5 минуттан аш әҙер.
Табынға ҡаймаҡ, ҡатыҡ менән бирергә.

Ыумаслы балтырған ашы

1 – 2 услам балтырған бәбәгенә (сығып ҡына килгән япраҡтары) 3 – 4 картуф, 4 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ, йәшел һуған, әнис кәрәк.
Картуфты әрсеп турарға ла, ҡайнар һыуға һалырға. Балтырғанды йыуып турарға,  уға өс йомортҡа һытып  болғатырға. Картуф бешкәс, ашҡа балтырғанды һалырға. 1 йомортҡа менән ыумас ыуырға. Уны аҙ-аҙлап, ашҡа һалғас, болғатып торорға. Бер ҡалаҡ һары май һалырға  ла мөмкин.
Утты һүндергәс, аш ҡапҡасы ябылған килеш бер аҙ ғына ултырып торһон. Табынға уны  ҡаймаҡ менән бирергә.

Йыуанан бәлеш

100 грамм аҡ майҙы йәки маргаринды  2 – 2,5 стакан он менән ыуырға. 1 йомортҡаны 1 семтем тоҙ менән туҡып, 1 стакан ойоған һөткә ярты балғалаҡ аш содаһы һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға, бер аҙ һалҡынға ҡуйып торорға. 
Бер услам йыуаға 4 – 5 бешкән йомортҡа, 200 грамм эремсек менән ярты балғалаҡ тоҙ ҡушып болғатырға. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, береһен табаға йәйергә. Эслекте тигеҙләп һалып, икенсе йәймә менән ситтәрен бөгөргә. Бәлеште мейестә 35 – 40 минут бешереп алырға.

Картуф менән йыуанан бәрәмәс

Ҡамыр өсөн 300 мл ойоған һөт, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 балғалаҡ тоҙ, шәкәр, 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә, эслеккә 4 эре  картуф, бер услам йыуа, 1 ҡалаҡ аҡ май, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.
Эслеккә  картуфты әрсеп, тоҙло һыуҙа бешерергә лә,  аҡ май һалып иҙергә. Йыуаны таҙартып, йыуып турарға һәм 3 – 4 минут майҙа ҡыҙҙырып алырға. Шунан уны картуф иҙмәһенә ҡушып бутарға. Ҡара борос өҫтәргә мөмкин.
Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп, 10 – 16 сантиметр ҙурлығында йәймәләр йәйергә. Уртаһына эслек һалып, бәрәмәстәр эшләргә. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 15 – 20 минут бешерергә.
Эслекте йомортҡа менән  әҙерләргә лә мөмкин. Бының өсөн 6 йомортҡаны бешереп турарға, уға йыуа, тоҙ, борос, ҡаймаҡ  өҫтәп бутарға.
Аштарығыҙ тәмле булһын!

Йәшел ҡоймаҡ

 350-400 грамм төрлө үлән (шпинат, кесерткән, балтырған, ҡуҙғалаҡ һ.б.), 100 грамм йәшел һуған, 2 стакан һөт, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ аш содаһы, тәменсә тоҙ, үҫемлек майы, ҡаймаҡ йә әсегән һөт (ҡатыҡ булһа ла ярай) кәрәк.

Үләндәрҙе йыуып, бешекләп, ит турағыстан үткәреп, бөтәһен бергә ҡушып ҡоймаҡ ҡамыры туғыйбыҙ ҙа, майлы табала ике яғын ҡыҙартҡансы бешереп алабыҙ.

Йәшел ҡоймаҡ эсенә эремсек тә, бал да, ҡайнатма ла һалырға була.

Кесерткәнле-эремсекле билмән

 Бер стакан ондо ике стакан ҡайнаған тоҙло һыу менән болғатып (баш яндырғандағы һымаҡ) ебәрәбеҙ ҙә, һыуынғас, ике-өс аш ҡалағы көнбағыш майы, 2 йомортҡа, кәрәк булһа, он өҫтәп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ул әҙерәк ятып торғансы, эслек әҙерләйбеҙ. Ярты килограмдай эремсеккә шул сама йәш кесерткән турап ҡушабыҙ, иретелгән эс майына һуған турап ҡыҙҙырып алабыҙ, әҙерәк аҡ май өҫтәйбеҙ, тәменсә тоҙ һибеп, бутайбыҙ. Артыҡ йоҡа итмәй генә ҡамыр йәйеп, ҡәҙимге билмән рәүешендә эшләйбеҙ. Манты формаһында ла эшләргә була, парҙа бешереп алһаң, иҙелмәҫ тә, тишелмәҫ тә. Табынға ҡаймаҡ һалып тороп бирһәң, телде йоторлоҡ ризыҡ.

Ҡуҙғалаҡ менән алма турамаһы

 Бер тотам ҡуҙғалаҡты, йәшел һуғанды ваҡлап турайбыҙ, йәшел алманы ҡырғыстан үткәрәбеҙ, тәменсә тоҙ һибеп, ҡаймаҡ һалып бутайбыҙ. Был турамаға редис ҡушып та эшләргә була, ул саҡта һарымһаҡ, әҙерәк ҡара борос та өҫтәйҙәр.

ye102.ru

Витаминлы яҙғы аштар
Витаминлы яҙғы аштар
Автор:
Читайте нас