Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
7 Май 2024, 04:59

Май айында өҫтәмә түләүҙәр көтөлә

Кемдәргә?

Май айында өҫтәмә түләүҙәр көтөләМай айында өҫтәмә түләүҙәр көтөлә
Май айында өҫтәмә түләүҙәр көтөлә

2024 йылдың майында Рәсәй пенсионерҙарының ҡайһы бер категорияләры өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәйҙә, шулай уҡ Латвияла, Литвала һәм Эстонияла йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары 10 мең һум аҡса аласаҡ. Юбилей йылдарында сумма арттырылырға мөмкин, әммә 2024 йыл андайҙарға ҡарамай, тип хәбәр ителә матбуғат биттәрендә. 
Бынан тыш, төбәк хакимиәттәре федераль түләүҙәргә тиң йәки унан да юғарыраҡ булған үҙ түләүҙәрен билдәләй ала. Был түләүҙәр ветерандарға ғына түгел, ә тыл эшсәндәре, концлагерь тотҡондары, һуғыш балалары һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары кеүек башҡа категорияларға ла йүнәлтелгән.

Ҡалған пенсионерҙар өсөн дә традицион өҫтәмәләр ҡаралған. Мәҫәлән, 80 йәшкә еткән пенсионерҙар пенсияның икеләтә өлөшөн аласаҡ.

Шулай уҡ төрлө сәбәптәр арҡаһында пенсияны яңыдан иҫәпләүҙе һораған кешеләр өсөн дә өҫтәмәләр булырға мөмкин. Шулай уҡ 1 майҙан сәнәғәттең ҡайһы бер тармаҡтарында билдәле бер хеҙмәт стажы булған пенсионерҙар өсөн пенсиялар артасаҡ.

Башинформ. 

 

Май айында өҫтәмә түләүҙәр көтөлә
Май айында өҫтәмә түләүҙәр көтөлә
Автор:
Читайте нас