Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
7 Май 2024, 08:49

"Мин улыма иҫән-һау ҡайтырға вәғәҙә бирҙем"

“Тимер” позывнойлы яҡташыбыҙ һәр саҡ алғы һыҙыҡта тора 

"Мин улыма иҫән-һау ҡайтырға вәғәҙә бирҙем""Мин улыма иҫән-һау ҡайтырға вәғәҙә бирҙем"
"Мин улыма иҫән-һау ҡайтырға вәғәҙә бирҙем"

Беҙҙең геройға күптән түгел 49 йәш тулған. Уның позывнойы “Тимер”. Тап бына ошо һүҙ һуғышсының характерын тасуирлай. Тыумышы менән ул Сулпан ауылынан. Уға бер йәш булғанда, ата-әсәһе Ҡаҙағстанға күсенә. Унда мәктәпте тамамлай, артабан Электромонтер һөнәре буйынса училище тамамлай. Армияла “Тимер” һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡатыны менән Бишбүләктә йәшәй һәм биш йәшлек улын тәрбиәләй. Тәүге никахынан уның Өфөлә йәшәүсе оло улы бар. Һуғышсы әйтеүенсә, ул уның менән ысын күңелдән ғорурлана.

Махсус хәрби операция башланғас, яҡташыбыҙ хәрби комиссариат тупһаһын тапай башлай һәм үҙен фронтҡа алыуҙарын һорай. 

- Өлөшләтә мобилизация башланғас, минең күп кенә таныштарым, дуҫтарым саҡырылды.  Ә миңә повестка килмәне. Дуҫ-таныштарым араһында һәләк булыусылар ҙа булды. Мине шулай тәрбиәләнгеләр, ситтә ҡала алмайым. Мин үҙем дә унда нығыраҡ кәрәк икәнемде һиҙҙем. Шуға күрә повестка килеүен көтөп тормайынса, үҙем хәрби комиссариатҡа барҙым. Уҙған йылдың июнендә РБ оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. “Башҡортостан” полкы составына керҙем, - тип һөйләй СВО-ла ҡатнашыусы.

Һуғышсы подразделение тураһында төрлө йәштәге, төрлө  тәжрибәле, төрлө характерҙағы ир-аттар  йыйылған  ҙур хәрби ғаилә кеүек, тип һөйләй. Ләкин уларҙың барыһын да бер ҙур маҡсат берләштерә – СВО-ны еңеү менән тамамлау. Һәр улар барыһы ла бер-береһенә ҙур терәк.

- Унда үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты яҡшы эшләй. Минең хәрби тәжрибәм бар йәштәрҙекенә ҡарағанда күберәк, тип әйтергә була. Беҙ уларҙы өйрәтәбеҙ, ярҙам итәбеҙ. Унда һуғышсан туғанлыҡ рухы бар. Блиндаждарҙа йәшәйбеҙ, уларҙы үҙе беҙ төҙөйбөҙ һөм төҙөкләндерәбеҙ, йылытабыҙ. Газ плиталары бар, үҙебеҙ ашарға әҙерләйбеҙ. Продукция етерлек. Гуманитар ярҙам килә. Бер ваҡыт Бишбүләктән исемле посылка килде. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл ине һәм бик күңелле булды. Маскировка селттәрҙәре ебәрҙеләр, улар бын да бик кәрәк, - тип һөйлөй һуғышсы.

“Тимер” гуманитар йыйыуҙа ҡатнашҡан ирекмәндәргә ҙур рәхмәт белдерҙе. Уҡыусыларҙан килгән хаттар – айырым ярҙам. Йылы һүҙҙәр артабан йәшәргә көс бирә, иң ҡатмарлы хәлдәрҙә ярҙам итә, - тип һөйләй СВО-ла ҡатнашыусы.

 “Тимер” – штурмовик, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта тора. Отпускыға ҡайтыр алдынан ул яраланған. Аяғындағы пулдя менән уға ун көн буйы йөрөргә тура килгән.

Туғандары һәм дуҫтары һуғышсыға теләктәшлек белдерә. Ғаиләһе оҙаҡ ваҡыт айырым йәшәгәндән һуң ире, улы һәм атаһын күреү менән бәхетле.  Беҙ яҡташыбыҙҙың тиҙерәк һауығыуына өмөтләнәбеҙ. Уның менән бергә еңеү беҙҙең яҡта буласағына ышанабыҙ һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

- Ғаилә тураһында уйлау көс бирә. Мин улыма иҫән-һау ҡайтырға вәғәҙә бирҙем. Ә вәғәҙәләрҙе мин һәр ваҡыт үтәйем. Иң мөһиме, мин иҫән һәм сәләмәт. Беҙ барыһын да башҡарып сығасаҡбыҙ. Беҙ һис шикһеҙ еңәсәкбеҙ, - ти һуғышсы.

Наилә  СӘБӘХОВА.

"Мин улыма иҫән-һау ҡайтырға вәғәҙә бирҙем"
"Мин улыма иҫән-һау ҡайтырға вәғәҙә бирҙем"
Автор:
Читайте нас