Беҙҙең районда өлкән йәштәге кешеләр һаны шаҡтай. Улар дәүләттең, туғандарының һәм яҡындарының, балаларының һәм ейәндәренең хәстәрен һәм иғтибарын тойоп йәшәй. Дим ауылында иң өлкән йәштәгеләрҙең береһе – тыл хеҙмәткәре Сәхибкамал Ғабдрафиҡова Туҡһанбай ауылында тыуып үҫкән. Бәғзеләр кеүек бөркөнсектә тыуыу яҙмай уға. Хәйер, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында кемдең генә яҙмышы еңелдән булды икән?!
1928 йылдың 20 ноябрендә тыуған Сәхибьямал Ғабдрәфиҡова (Байғужина) ете балалы ябай колхозсы ғаиләһендә үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ас, һалҡын һуғыш йылдары башлана. Был осорҙа ауылға йыш килгән ҡайғылы хәбәрҙәр уларҙың йортон да урап уҙмай. Ағаһына “ҡара ҡағыҙ” алалар. Ул йылдарҙың барлыҡ ауырлығын һәм мохтажлығын үҙ иңендә татыған оло быуын вәкиле үткәндәрҙе йыш иҫкә ала:
- Беҙҙең күрмәгән ҡалманы, һуғыш бик күп ҡайғы алып килде. Әсәйем иртә үлде, атайым икенсегә өйләнде, Минемырҙа ағайым өс йыл армияла хеҙмәт итте һәм өс йыл һуғышта йөрөгәндән һуң, Сталинград янында һәләк булды. Хәтеремдә, ир-аттарҙы көн һайын тиерлек фронтҡа оҙата торғайнылар, ә бына ҡайтыусылар бик һирәк булды, урамыбыҙға ике-өсәүһе ҡайттымы икән, - тип үткәндәрҙе иҫкә ала Сәхибкамал Файзулла ҡыҙы. – Һуғыш арҡаһында беҙгә уҡыу ҙа эләкмәне. Класташларыбыҙ менән Аҙнай мәктәбенең 5-се класына барғайныҡ, ул вакытта ни аяҡҡа, ни өҫкә йүнле кейем юҡ, Айкүл аша сығып, ауылға барып еткәнсе сабаталар һыулана торғайны. Шунан 5-се кластан һуң, 11-12 йәшлек балалар, кемеһе - көрәк, кемеһе һәнәк алып колхозға эшкә сыҡтыҡ.
Беҙҙең героиняға төрлө эштәр башҡарырға тура килә. Ул сүп утарға йөрөй, бесән әҙерләүҙә, көлтә бәйләүҙә ҡатнаша. Ололар менән бер рәттән ун дүрт йәшлек ҡыҙ иген саба, көлтә бәйләй, норма тултырған көндә, йәғни 500 дана бәйләгәндәргә 100 грамм он бирелә. Ноябрҙән башлап апрелгәсә Приют элеваторына ашлыҡ ташыйҙар, үҫмерҙәрҙең күпселек ваҡыты юлда үтә.
- Ул саҡта беҙ, өс ҡыҙ һәм өс малай, иртүк юлға сығабыҙ. Кожай-Максимовкала туҡтап, аттарҙы ял иттерәбеҙ һәм ашатабыҙ. Артабан Приютҡа юлланабыҙ, ул саҡта Приютта ни бары 10-15-ләп кенә йорт бар ине. Элеваторҙа гел генә сират була торғайны, ҡараңғы ваҡытта ҡулдан яһалған фонарь эленеп тора. Тоҡтарға көс етмәй, шуға күрә өсәүләп тотонабыҙ. Эштең ауырлығына барыһы ла түҙә алмай ине, - тип бар ил өҫтөнә төшкән һынауҙарҙы иҫкә ала тыл һәм хеҙмәт ветераны. - Беҙ әйләнеп кайтканда, инәйҙәр кул эштәре менән мәшғүл була, һалдаттарға бейәләй-ойоҡбаш бәйләйҙәр. Өйҙә бишле шәм яҡтыһы ғына, сыра яндырған саҡтар ҙа булды. Ашарға самалы ине, йәшел үләнгә аяҡ баҫыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә торғайныҡ, балтырған, тупыс, ҡаҡы, һарына ашаныҡ. Йәйгеһен балтырған бөткәс, ашҡа сөгөлдөр япрағы турайбыҙ, хатта бәрәңге япрағын да һалып ҡарағандар, әммә ул ауыҙға алырлыҡ булмай.
Һуғыш йылдарында көс етәме, булдыра алаһыңмы-юҡмы, һорап тормайҙар, Сәхипкамал инәйҙе лә төрлө эштәргә йәлеп итәләр. Уға колхоз аттарын ышанып тапшыралар.
- Ат ҡараусы ағай фронтҡа киткәс, мине уның урынына ҡуйҙылар. Хәтеремдә, 1942 йылдың яҙында ҡар аҫтында ҡалған ағыулы башаҡ ашап, бик күптәр һәләк булды. Өфөнән ике врач килгәйне, миңә уларҙы Ҡасҡынға илтергә ҡуштылар. Зыярат тулы кеше ине, уларҙы шунда ҡалдырып ҡайттым, - тип аяныслы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә ала ул. – Бер ваҡыт беҙҙе, биш кыҙ һәм бер малайҙы, бригадир Йосоп ағай менән Глуховская станцияһына ағас эшенә ебәрҙеләр. Өс ай утын әҙерләнек, ике ай ташыныҡ. Һуғыштағыларға ебәреү өсөн барғанда, атҡа бесән төйәп барабыҙ, ә ҡайтҡанда утын алып ҡайтабыҙ. Ундағы оло бер соҡорҙа бесәнде төргәктәргә төрәбеҙ. Станцияла йыш ҡына аттарҙы һуғышҡа оҙатҡандарына шаһит булам, уларҙың баштарып эйеп киткәндәрен күреп, йөрәгем өҙөлә торғайны. Үҙем тәрбиәләгән туғыҙ атты комиссия үтергә тип иткәйнеләр, шуларҙың өсәүһен оҙаттылар, шулай ук үҙем ике йыл егеп йөрөгән “Йәтсә” исемле атымды фронтҡа алдылар, уны оҙатҡанда илап ҡалдым, - тип, күңеле нескәреүҙән яулыҡ осон күҙҙәренә тейҙерә ул.
Йәштән тырыш, эшкә талымһыҙ булған Сәхибкамал инәйгә гел ирҙәр эшен башҡарырға тура килә. Артабан Дәүләкән районында төҙөлөш эштәрендә ҡатнаша.
- Ат менән өс көн барҙыҡ. Бригадир ағай беҙҙе 5-6 үҫмерҙе контораға алып керҙе, унда көрәк, лом кеүек эш ҡоралдары бирҙеләр һәм эшкә керештек. Тау буйы тулы кеше ине, беҙ ҙә улар янына барып, таш сығара башланыҡ. Бер аҙна эшләгәндән һуң, юл эшенә күсерҙеләр, таштарҙы юлға һалып, тигеҙләнек. Аэродромға ҡар көрәргә лә барҙыҡ, шунда летчик беҙҙе кабинаһына ла ултырткайны, - тип үткәндәрҙе иҫкә ала ул.
Еңеү тураһындағы хәбәрҙе күҙ йәштәре аша ҡаршы алалар. Был яҡындарыңды юғалтыу әсеһе лә, ауырлыҡ-михнәттәрҙең бөтөүе тураһында күҙ йәштәре лә була. Барыһы ла бынан һуң тормоштар яйға һалыныр тип өмөт итә, әммә һуғыштан һуң йылдарҙа хужалыҡты тергеҙеү өсөн тағын да күберәк көс талап ителә, мохтажлыҡ кәмемәй.
1949 йылда ауылдағы йәш-елкенсәк менән бергә уны ла ФЗО-ға, Белоретҡа урман ҡырҡырға ебәрергә булалар. Ата-әсәләре таныштары менән һөйләшеп, уны ауыр эштән ҡотҡармаҡсы була, һәм бер аҙҙан уларҙың ишеген яусылар шаҡый. Ана шулай күрше ауыл тракторсыһы Ғәбдрафиҡов Мәғәфүр менән яҙмышын бәйләй. Шул ваҡыттан алып Сәхибкамал Файзулла ҡыҙының бар хеҙмәт юлы “Дим” совхозы менән бәйле була. Йылдар үтә, исемдәр алышына, етәкселәр килә һәм китә, әммә улар тыуған еренә намыҫлы хеҙмәт итеүен дауам итә. Элекке быуын кешеләре кеүек ул да хеҙмәт иткән йылдарын айырыуса ихласлыҡ менән һөйләргә ярата. Был ғәжәп тә түгел, сөнки колхозда ҡул көсө менән тир түккән мәлде оноторлоҡ түгел.
- Элек бар нәмә ҡул көсө менән эшләнде. Баштағы йылдарҙа егерме һыйырҙы көнөнә өсәр тапҡыр ҡул менән һауҙыҡ. Яҙ башы менән сығып китәбеҙ һәм көҙгә ҡәҙәр йәйләүҙә була торғайныҡ, беҙгә ситәндән ҡыуыш үреп бирҙеләр, һалам түшәп шунда йоҡлай инек. Үҙебеҙ ҡаҙанда ашарға бешерәбеҙ. Көҙгө вакытта ҡыуыш ишеге ап-аҡ бәҫ менән ҡаплана торғайны. Аҙаҡ ҡына эш еңеләйҙе. Һуңынан һарыҡ ҡараным, ҡымыҙ ҙа яһаным, уның араһында иген таҙартырға ла йөрөнөм, халыҡтан һөт тә йыйҙым, - тип, хеҙмәт йылдарын иҫкә ала ул.
Эшһеҙ ултырырға күнекмәгәнлектән, хаҡлы ялға сыҡҡас та совхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Сәхибкамал Фәйзулла ҡыҙының күп кенә бүләктәре, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары бар. Уның күкрәген “1941-45 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, юбилей миҙалдары биҙәй. Хәҙерге ваҡытта Дим ауылында иң оҙон ғүмер кисереүселәрҙең береһе булған Сәхибкамал әбей ҡыҙы Алия һәм кейәүе Марат тәрбиәһендә йәшәй. Ире Мәғәфүр 42 йыл бергә ғүмер кисергәндән һуң баҡыйлыҡҡа күсә, уларҙың биш балаһының бөгөнгө көндә өсәүһе иҫән, ә уларҙың дауамы булып, 12 ейән-ейәнсәре һәм 16 бүлә-бүләсәре үҫеп килә.
Еңеү яҙын яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән 95 йәшлек Сәхиб әбей бөгөн дә үҙ зиһенендә, яҙғы ҡояшка һөйөнөп, матур булып утыра. Бөгөнгө тормышынан ҡәнәғәт булыуын йәшермәй.
- Был донъяла оҙаҡ, бик оҙаҡ йәшәнем. Аслыҡ-яланғаслыҡ, бөтөн ауырлыҡтарҙы ла үткәрҙек, хәҙер иһә донъялар матур. Мин балаларымдан бик ҡәнәғәт, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәйем. Аллаға шөкөр, тип торам. Ашҡа-һыуға интекмәйбеҙ, барлыҡта, муллыҡта йәшәйбеҙ, тик донъялар ғына имен булһын ине, - тигән теләктә ул.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
автор фотоһы.